Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ноябрь 2019, 20:40

Күпергә ямау һалынды

Бәләкәй йылғамы йәки ҙурмы, уның аша һалынған күпер торошо кеше ғүмере өсөн үтә лә мөһим. Авария хәлендәге күперҙәрҙең иһә һәр кемгә хәүеф менән янауы тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Бигерәк тә сит яҡтан килгән кешеләр, уның хәл-торошон белмәй, көтмәгәндә ҡазаға тарыуы ихтимал.

2013 йылда Егәҙе менән Өмөтбай ауылдары араһындағы Егәҙе йылғаһы аша һалынған 40 метр арауығындағы, 5 тоннағаса ауырлыҡты күтәреүгә иҫәпләнгән күперҙең авария хәлендә булыуы тураһында мәғлүм ине. Ошо көндәрҙә, эшҡыуар Рауил Ғәбдинур улы Вәлиевтың инициативаһы менән, күпер ваҡытлыса ремонтлап ҡуйылды. Бының өсөн ул үҙ хужалығындағы ике техниканы йәлеп итте һәм тейешле материалдар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Өмә барышында күперҙең төп ҡоролмаһы таштар ярҙамында нығытылды һәм өҫкө ҡатлам тулыһынса яңыртылды, шулай уҡ йылдар дауамында яҙғы ташҡындар менән ағып килеп йыйылған ағастарҙан күпер аҫты таҙартылды. Был эштәрҙе атҡарыуҙа Егәҙенән Рауил Ғайсин, Сабит Мырҙагилдин, Анатолий Аверьянов, Рауил, Рәфис, Роберт Вәлиевтар, Өмөтбайҙан Ринат, Радик Яныбаевтар, Рияз Сәғәҙәтов, Рамазан Зәйнуллин, Рәил Туҡмәмбәтовтар ҡатнашты. “Реаль эштәр” дәүләт программаһына ярашлы объекттарҙағы эштәр барышы менән танышып йөрөгән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәки Арыҫлан улы Әлибаев юл ыңғайы туҡтап, үҙ мәнфәғәттәрен үҙҙәре ҡайғыртып йөрөгән тырыш ир-егеттәрҙе ҡеүәтләп китте.
- Район хакимиәте башлығы Владислав Миронов йыл башында эш сәфәре менән беҙҙең тарафтарға килгәндә күпер торошон күреп, уны яҡын арала капиталь ремонтлауҙы планға индереү талап ителгәнен күҙ уңында тотасағын белдергәйне. Өмөтләнәбеҙ һәм көтәбеҙ. Күперҙең өҫкө ҡатламы яңыртылһа ла, уны тотҡан төп конструкция ышанысһыҙ. Егеттәрҙең ҡоролманы нығытыу маҡсатында өйгән таштар яҙғы ташҡындар ваҡытында кире ағып китәсәк. Ваҡытлыса ғына үҙ көсөбөҙ менән төҙөкләндерелгән эштәр оҙаҡҡа бармаҫы билгеле, беҙ дәүләт ярҙамына мохтажбыҙ, - ти Өмөтбай ауылы старостаһы Винера Гәрәй ҡыҙы Яныбаева.
“Ярлы ямай ҙа ҡыуана” ти халыҡ мәҡәле. Эшҡыуар Рауил Вәлиев тырышлығы менән йәнә лә “ямалған” күпер ҙә сираттағы ваҡытлыса ҡыуаныс ҡына. Ике ауыл араһын ғына түгел, төпкөлдәге халыҡты оло донъя менән тоташтырыуға булышлыҡ иткән күперҙең яңы һулыш алыуын һәм уның аша үткәндә үҙендең һәм башҡаларҙың ғүмеренә хәүеф-хәтәр янамаясағына өмөтләнә халыҡ.
Читайте нас: