Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ноябрь 2019, 20:45

Ниһайәт, саф башҡортса кәңәшмә

19 ноябрь көнө район-ҡала хакимиәтендә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе йәһәтенән эшлекле кәңәшмә үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса саф башҡорт телендә ойошторолған “тарихи йыйылыш”та ауыл хакимиәте башлыҡтары, мәғариф, мәҙәниәт һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Районыбыҙ, милләтебеҙ өсөн әһәмиәтле ваҡиғаны район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев Зәйнәб Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырынан өҙөк менән башлап, бынан ары ла кәңәшмәләрҙең туған телебеҙҙә үтеп торасағын аңғартты.

- Бөгөнгө көндә районда бихисап социаль проекттар ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, 2016 йылдан алып төйәктә Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһы уңышлы эшләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында был проект арҡылы халыҡты борсоған бихисап мәсьәләләр хәл ителде лә инде. Беҙҙең районда ошо йәһәттән 33 млн. һум аҡса сарыф ҡылынып, 34 проект тормошҡа ашырылды. Шуны билдәләү фарыз: үҙ инициативаһы менән төҙөлгән объекттарға халыҡ айырыуса һаҡсыл, иғтибарлы ҡарашта.

Алдағы йылда әлеге программа буйынса 16 ауыл хакимиәте ҡатнашырға ниәтләй, урындарҙа был йәһәттән йыйылыштар ойошторола. Әйҙәгеҙ, йәмәғәт, әүҙемерәк булайыҡ, битараф ҡалмайыҡ, - тине тәүге мәсьәләне асып Илгиз Сафый улы.

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһын ни рәүешле ғәмәлләштереүҙәре тураһында Асы ауыл хакимиәте башлығы Венер Йосопов, Шығай ауыл хакимиәте башлығы Хәлим Ғәлиастанов, Инйәр ауыл хакимиәт башлығының урынбаҫары Альберт Азаматов үҙ сығыштарында ентекле һөйләп үтте.

Торлаҡ сәйәсәте һәм муниципаль контроль бүлеге етәксеһе Илфир Мөхәмәтйәров Башҡортостан хөкүмәте тарафынан 2014 йылдың 26 июнендә ҡабул ителгән “Айырым категория граждандарға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү” программаһы йәһәтенән аныҡ мәғлүмәт бирҙе.

- 2014 йылдан алып йәмғеһе 9 млн. 470 мең һумлыҡ 252 контракт төҙөлгән. Шуларҙың 250-һе шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырыуға, икәүһе шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелде, - тип һандарҙы барланы Илфир Ишморат улы.

Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Сибәғәтова, үҙ сиратында, ябай халыҡтың мәнфәғәтен ҡайғыртыуға ҡоролған проекттың үтәлешен, файҙаһын, нисек итеп тормошҡа ашырылыуын бәйән ҡылды.

Кәңәшмәлә шулай уҡ “Айыҡ ауыл - 2019” республика конкурсы хаҡында ла телгә алынды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының тәҡдиме менән ойошторолған сараның ауылдарҙа нисек үтеүе тураһында район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Эльза Мөхәмәҙиева, Егәҙе ауыл хакимиәте башлығы Ринат Яныбаев һөйләне.

Мәғарифҡа ҡағылышлы программаларҙың ни рәүешле үҙләштерелеүе, һөҙөмтәләре, уңыштары менән Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина таныштырһа, бөгөнгө матбуғат баҫмаларының, атап әйткәндә, башҡорт телендә сыҡҡан район гәзиттәренең аяныслы хәле тәңгәленән “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинова телмәр тотто.

Йыйылышта яҡынлашып килгән Яңы йыл каникулдары йәһәтенән дә һүҙ ҡуҙғатылды. Оҙайлы байрамдарҙың именлеген тәьмин итеү, халыҡ күңеленә хуш килерҙәй матур саралар ойоштороу буйынса пландар менән район мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Ирек Иҫәнғужин бүлеште.

Читайте нас: