Сығышы менән Учалы районы Уральск ҡасабаһы егете ул Заһир. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында иҡтисад бүлегендә уҡый. 2010 йылда һалым белгесе дипломына эйә булып, бер йыл әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайта һәм Белорет район-ара һалым инспекцияһында үҙ йүнәлеше буйынса эш башлай.
- Һеҙҙең иңгә ниндәй бурыстар йѳкмәтелгән, Заһир?
- Минең төп эшем онлайн-касса аппараттары менән бәйле. Хәҙер инде өсөнсө йыл рәттән ҡулланышҡа ошо аппараттарҙы индереү менән мәж киләбеҙ. Бөгөнгө көндә территориябыҙҙа йәмғеһе 4000 онлайн-касса аппараты, 2000-дән ашыу ҡулланыусы теркәлгән. Беҙҙең бурыс - касса аппараттарының дөрөҫ ҡулланышын баһалау, һатып алыусы тарафынан түләүҙе раҫлаған чек һәм башҡа документтарҙы, уларҙың дөрөҫ тултырылғанлығын тикшереү; аппараттарҙың ҡанундарға һәм техник нормаларға тап килеүен, касса операцияларын күҙ уңында тотоу һәм башҡалар.
- Шулай ҙа әйтегеҙ әле, онлайн-касса аппараттарының халыҡҡа файҙаһы тейәме?
- Бындай ҡоролмаларҙы ҡулланышҡа индереү, тәү сиратта, һатып алыусының мәнфәғәтен яҡлай, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙың теркәү йәһәтенән артыҡ ваҡыт сарыф итмәүен, тауар әйләнешен контролдә тотоуҙы, бөтөн бизнес-процестарҙың асыҡлығын тәьмин итә.
- Һайлаған һөнәрегеҙ йәһәтенән үкенгән мәлдәр юҡмы?
- Хеҙмәтебеҙ ни тиклем тынғыһыҙ, яуаплы булмаһын, мин үҙ эшемде яратам. Әлбиттә, тормош булғас төрлө ваҡыттар, хәлдәр килеп тыуа: йыллыҡ отчеттар менән арманһыҙ булған саҡтар, беҙҙең талаптарға буйһонорға теләмәгән эшҡыуарҙар... Әммә был өлкәнән китер кәрәк тигән уй бер тапҡыр ҙа башҡа инеп сыҡманы. Был, бәлки, коллективтың һине ҡабул итеүенә, мөнәсәбәтенә лә бәйлелер. Шөкөр, һөнәрҙәштәремдән, остаздарымдан уңдым: татыубыҙ, берҙәмбеҙ. Етәкселәребеҙ - Наталья Васильевна Румянцева, Дилә Зариф ҡыҙы Сысоева, Владимир Вячеславович Артемьев һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, кәңәштәре менән ярҙам итеп тора.
- Һалым хеҙмәткәре ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
- Беҙҙең эштә иң элек белемле, закондарҙы яҡшы белгән, алдынғы ҡарашлы, шулай уҡ үтә яуаплы, тырыш, сабыр булыу фарыз.
- Гәзит уҡыусыларыбыҙ һеҙҙең ғаилә хәле менән дә ҡыҙыҡһына торғандыр...
- Ѳйләнгәнмен. Ҡатыным Гөлназ менән Иҙел һәм Айлина исемле балалар үҫтерәбеҙ. Тормош юлдашымды Сибайҙа, студент йылдарында, осраттым. Ул һөнәре буйынса ҡала мәктәптәренең береһендә инглиз теле уҡытыусыһы. Ғаиләбеҙҙең татыулығы, ѳйҙәгеләрҙең мине аңлап, һәр йәһәттән дә ярҙам итеп тороуы - эшемдә яулаған үрҙәрҙең тѳп этәргесе ул...
- Рәсәй Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан һөнәрҙәштәрегеҙгә изге теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Хеҙмәттәштәремә, тәү сиратта, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләйем!
Һѳнәрен тейешенсә башҡарған тәрән аҡыллы, үтә яуаплы, тырыш, дәртле Заһир Әлхәмовты коллегалары ла, етәкселек тә яратып, хѳрмәт итеп тора. Был турала йәш инспекторға тапшырылған күп һанлы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары ла асыҡ һѳйләй.
Үҙ сиратыбыҙҙа, Заһир Нәзир улын һәм барлыҡ һалым органдары хеҙмәткәрҙәрен һѳнәри байрамдары арҡылы ҡайнар ҡотлап, тынғыһыҙ эштәрендә түҙемлек вә яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.