Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2019, 18:20

Боҙ ѳҫтѳндә һаҡ бул!

Һыу ятҡылыҡтары йәйен дә, ҡышын да үҙенә тартып тора. Кѳҙгѳ кеүек ялтырап ятҡан боҙ ѳҫтѳнән конкиҙа шыуыу, текә ярҙан саналарҙа һырғалау, йә туңған күл йәки быуа ѳҫтѳнән йѳрѳү - аҡ миҙгелдең иң күңелле мәлдәрелер. Әммә боҙ менән ҡапланған һыу ятҡылығының ниндәй хәүеф менән янауын да оноторға ярамай.

2019 йылдың 7 ноябренә тиклем республика һыу ятҡылыҡтарында йәмғеһе 61 кеше һәләк булған, шуларҙың 52-һе - ирҙәр, 1 ҡатын-ҡыҙ һәм 8 бала. Урал аръяғы участкаһында үлеүселәр һаны - 8 (шул иҫәптән 2 бала). Нигеҙҙә, эшкә яраҡлы әүҙем кешеләр, башлыса ирҙәр һәләк була. Кѳҙҙѳң ике айында ғына ла Башҡортостанда 4 кешенең ғүмере ѳҙѳлгән (2018 йылда - 20 кеше).

Кешеләрҙең был осорҙа үлем сәбәбе - балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү, туңмаған боҙ ѳҫтѳнән йѳрѳү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу. Мәҫәлән, 2 ноябрҙә Нуриман районы Байгилде ауылында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән: ҡарауһыҙ ҡалған 2012, 2014, 2016 йылғы ѳс бала боҙ аҫтына тѳшѳп китә. Нисек кенә ҡотҡарырға тырышмаһындар, балаларҙың ҙуры реанимацияла йән бирә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ - боҙҙоң ҡалынлығы 10-12 см булғанда ғына ул хәүефһеҙ һанала.

Һыу ятҡылығында асыҡ боҙҙоң ҡалынлығы 10 см булып та, шул тирәләге ҡар аҫтында ятҡан боҙ ни бары 3 см тирәһе генә булыуы ихтимал, сѳнки ҡар аҫтында һыу яйыраҡ туңа. Шуның ѳсѳн ҡар ҡаплаған боҙҙан йѳрѳргә тырышмағыҙ!

Тѳркѳм менән боҙ ѳҫтѳнән үткәндә, бер-береңдән 5-6 метр алыҫлыҡта барыу, кәрәк саҡта иптәшегеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу фарыз.

Боҙҙо саңғыла шыуып үткәндә һалынған саңғы юлын ғына ҡулланығыҙ. Әгәр бындай юл булмаһа, тәүҙә саңғының беркеткесен ысҡындырып, саңғы таяҡтарының элмәген ҡул суғынан сисергә кәрәк. Биштәрҙе бер яҡ яурынға аҫып, таяҡтар менән боҙҙоң ныҡлығын тикшереп барығыҙ.

Һыу ятҡылығының инештәр бәреп сыҡҡан, шишмә йә йылға ҡушылған ерендә, шәп ағымлы урындарҙа уйымдар барлыҡҡа килә. Улар йѳрѳү, шыуыу ѳсѳн хәүефле йоҡа ғына боҙ ҡатламы менән ҡаплана. Ғәҙәттә, боҙ ѳҫтѳндәге йәйәүлеләрҙең юлын ботаҡтар менән билдәләйҙәр.

Балыҡ тотҡан саҡта кескәй майҙансыҡ эсендә күп мәке уйырға һәм ҙур тѳркѳм менән йыйылырға ярамай. Һәр балыҡсы үҙ хәүефһеҙлеге йәһәтенән осона 400-500 грамлыҡ йѳк бәйләнгән 12-15 метрлыҡ бау йѳрѳтѳргә тейеш.

Балаларға текә ярлы урындарҙан боҙға шыуып тѳшѳү үтә лә хәүефле. Мәке барлығын йәки боҙҙоң ярылғанлығын ваҡытында аңғарып ҡалған хәлдә лә, сананы ҡапыл туҡтатыу йәки икенсе яҡҡа бороу анһат түгел. Шуның ѳсѳн конькиҙа, саңғы йә санала шыуыу ѳсѳн ѳлкәндәр тарафынан тикшерелгән ышаныслы боҙ ҡатламын һайлар кәрәк. Боҙҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ!

Ринат НУРИЕВ,

Урал аръяғы участкаһының ѳлкән инспекторы.

Читайте нас: