Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2019, 21:35

Кеше ғүмеренә битараф булмайыҡ!

Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу ѳсѳн бирелгән ҡан - бѳгѳнгѳ йәмғиәттәге иң кешелекле, мәрхәмәтле ғәмәлдер. Медицина нисек кенә алға китмәһен, әммә лабораторияларҙа етештерелгән яһалма ҡан организмдың йәшәү функцияларын тулыһынса тергеҙә алмай.

Донор ҡанына юл-транспорт фажиғәләренә тарығандар, тән бешеүе йәки ауыр йәрәхәттәр алғандар, бала тапҡан ҡатындар, яңы тыуған сабыйҙар, онкологик сирҙәргә, ҡан ауырыуҙарына дусар булғандар мохтаж. Әммә йылдан-йыл үҙ теләге менән ҡан биреүселәр һаны кәмегәндән-кәмей бара. Дүрт районды - Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бѳрйәнде хеҙмәтләндергән Белорет ҡан хеҙмәте филиалында ла был йәһәттән эштәр кѳйлѳ түгел, ти филиал мѳдире Рәүф Әкрәм улы ҠӘЛӘМОВ.
- Донорлыҡҡа бәйле проблема, ысынлап та, бар. Бѳгѳнгѳ кѳндә филиалды ҡан менән тәьмин итеүселәр, нигеҙҙә, завод эшселәре һәм электән ҡан тапшырып килгән донорҙар. Бүтән райондарҙан килеүселәр бѳтѳнләй юҡ. Һуңғы айҙарҙа юл-транспорт фажиғәләре йышайыу сәбәпле, ҡан айырыуса күп кәрәк. Шулай уҡ бала тапҡан ҡатындарға, уларҙың сабыйҙарына ла ҡан талап ителә. Элек был йәһәттән проблема тыуманы, сѳнки ауырлы ҡатын бәпес алып ҡайтырға бала табыу йортона ята икән, уның зат-зәүере мотлаҡ рәүештә ҡан тапшыра ине. Ләкин хәҙер ундай ҡанун юҡ, тимәк, ҡан тапшырыусылар ҙа юҡ. Теге йәки был ойошма етәкселәре лә донор булырға теләүселәргә һалҡын ҡарай, йәғни хеҙмәткәренә кѳн биреп, эштән ебәрергә атлығып тормай.
- Нисек донор булырға?
- Донор булыу ѳсѳн, тәү сиратта, 18 йәш тулыуы һәм һәр йәһәттән дә сәләмәт булыу фарыз. Донация процедураһына тиклем кеше ентекле медицина тикшереүе үтә; ВИЧ, СПИД, вируслы гепатит, туберкулез, сифилис, үҙәк нервы системаһы ауырыуҙары, психик ауырыуҙар, яман шеш һәм инфекцион сирҙәрҙең булыу-булмауы асыҡлана; гемоглобин кимәле тикшерелә (ҡатын-ҡыҙҙарҙың гемоглобины - 120-нән, ир-егеттәрҙең 130-ҙан кәм булмаҫҡа тейеш).
Ҡан бирер алдынан майлы, әсе, һѳтлѳ ризыҡтарҙан, иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартыу зарур. Медицина тикшереүҙәре менән бергә Берҙәм донор үҙәгендәге анкета мәғлүмәттәре лә иҫәпкә алына.
- Донорҙарға ниндәйҙер дәртләндереү саралары ҡаралғанмы?
- Әлбиттә. Ҡан биреүсе 2 ѳҫтәмә ял кѳнѳнә, тѳшкѳ аш ѳсѳн 520 һум күләмендә компенсацияға һәм башҡа ташламаларға иҫәп тота ала. Бынан тыш 40 тапҡыр һәм унан күберәк ҡан тапшырған граждандар “Рәсәйҙең почетлы доноры” тигән күкрәк значогы менән бүләкләнә. Был иһә йылына бер тапҡыр 14 145, 98 һум күләмендә аҡсалата компенсация һәм ташламалар мѳмкинлеге тигән һүҙ. Ҡан хеҙмәтенән бирелгән белешмә бер йыл буйы ғәмәлдән сыҡмай.
Ғѳмүмән, ҡан биреү һаулыҡ ѳсѳн дә бик файҙалы. Ғалимдар иҫбатлауынса, даими рәүештә ҡан тапшырған донорҙар 20 йылға оҙағыраҡ йәшәй; иммунитет нығына, организмда яңырыу, йәшәреү процестары әүҙемләшә. Хәйер, донорлыҡ - күңелде паклаусы изге эш ул, сѳнки бер кешенең ҡаны ике ғүмерҙе һаҡлап ҡаласаҡ. Минең практикала 100-ҙән артыҡ ҡан тапшырған кешеләр бар. Үҙебеҙҙең ҡан хеҙмәтендә генә лә “Почетлы донор” исемен йѳрѳткән 4 ҡатын-ҡыҙ эшләй.
- Йылына нисә тапҡыр ҡан тапшырырға мѳмкин?
- Ҡатын-ҡыҙҙар йылына - 4, ир-егеттәр 5 тапҡыр донор була ала.
- Йышыраҡ ниндәй ҡан тѳркѳмдәре талап ителә?
- Ҡан тѳркѳмдәренең барыһы ла кәрәк. Беҙҙең rspk.bashmed.ru сайтында “Донор светофоры” бар. Һәр ҡан тѳркѳмѳ ниндәйҙер тѳҫ менән билдәләнгән. Мәҫәлән, йәшел тѳҫ - был ҡан тѳркѳмѳ һәм уға ҡараған резустар етерлек кимәлдә, һары - ҡан тѳркѳмѳ һәм уға ҡараған резустар еткелекле түгел; ҡыҙыл - был ҡан тѳркѳмѳ киҫкен рәүештә кәрәк, тигәнде аңлата. Бѳгѳн беҙҙең филиал бѳтѳн ҡан тѳрҙәренә лә мохтаж.
- Билдәле булыуынса, беҙҙә ҡан донорҙары ғына түгел, елек донорҙары ла (костный мозг) талап ителә...
- Бер ваҡыт Рәсәйҙә Вася Перевощиков исемле малай тыуған. Уның яратҡан ғаиләһе, ҡыҙыҡлы тормошо, үҙ мауығыуҙары булған. Әммә малайҙың ғүмере ни бары 8 йыл ғына дауам итә - Вася елек донорын кѳтѳп ала алмай 2015 йылда үлеп ҡала... Ошо хәлдән һуң Рәсәйҙә Вася Перевощиков исемендәге регистр барлыҡҡа килде. Әлеге кѳндә был регистрҙа йәмғеһе 83,5 мең донор теркәлгән (АҠШ-тың милли реестрында - 8,6 млн., Германияла 8,1 млн. донор).
Беҙҙең ѳсѳн, тәү сиратта, башҡорт милләтле донорҙар кәрәк. Сѳнки сит кешенең елеген трансплантациялауҙа донор менән сирленең генотиптары йәғни милләте тап килергә тейеш. Мәҫәлән, әлеге мәлдә Әбйәлил районында ғына лейкоз диагнозлы 5-6 башҡорт балаһы үҙ донорын кѳтә...
Ысынында, донорҙар регистрында теркәлеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ - донорға ни бары венанан ҡан тапшырырға ғына кәрәк, ә лабораторияла иһә уның HLA-генотибы билдәләнәсәк.
Эйе, донорлыҡ - йәшәү менән үлем араһында кѳрәш алып барған ерҙәштәребеҙҙе ҡотҡарыу ѳсѳн мѳһим сара. Бындай изге ғәмәлде тормошҡа ашырырға мѳмкинлек бар икән, ашығығыҙ, бәлки, әлеге мәлдә кемдеңдер ғүмере тик һеҙҙең ҡулдалыр!
Ҡан хеҙмәте менән бәйләнеш телефондары: 8(347)200-94-01; түләүһеҙ ҡыҫҡа номер - 210.
Читайте нас: