- Эвелина, ихлас күңелдән донъя чемпионы исеменә эйә булыуың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ошо йәһәттән тәьҫораттарың менән бүлешеп үтһәңсе.
- Ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Әлбиттә, әле булһа ла көслө тәьҫораттар ҡамауындамын. Тәүге тапҡыр сит илгә сығып, иҫ киткес гүзәл Италияны, Римде күреүем, унан бигерәк донъя күләмендәге спорт ярышында беренсе урын яулауым әйтеп аңлатҡыһыҙ кисерештәргә дусар ҡылды.
- Кемдәр менән алышҡа сыҡтың?
- Мин 65 килограмға тиклем ауырлыҡтағы 18-19 йәшлек юниорҙар категорияһында Рәсәй, Беларус һәм Италия ҡыҙҙары менән көрәштем. Барыһы ла спорт өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплаған - кемеһелер донъя чемпионы, кемеһелер спорт мастеры; бик ҡырыҫ, үҙ көстәренә ныҡ ышанған кеүек тойолдо улар миңә. Үҙемә килгәндә инде, ғүмерҙә булмағанса ныҡ тулҡынландым, халыҡ алдына сығып баҫыуымды, көрәшәсәк кеше менән башта ҡул бирешәсәгебеҙҙе күҙ алдыма килтереп борсолдом. Шулай ҙа тәүге алыштан уҡ үҙ-үҙемә ышаныс арта барҙы. Финалда итальянкаға ҡаршы сыҡтым. Уның аяғы ике тапҡыр битемде лә “һыйпап” үтте (күҙ төбөндәге күген күрһәтеп ихлас көлә).
- Еңеү яуларыңа ышаныс бар инеме?
- Дөрөҫөн әйткәндә, беренсе урын яуларыма хатта өмөтләнмәгәйнем дә. Пьедесталда торғанда барыһы ла мине ҡотлай, ҡул бирә, ә мин шаңҡыуҙан бер кемде лә күрмәйем дә, ишетмәйем дә...
- Ҡыуанысың менән уртаҡлашҡан тәүге кешеләр?
- Шул төндө үк тәүҙә тренерым Абдулҡадир Садиҡ улына һәм ағайыма шылтыраттым. Иртәгеһе көндө шатлығымды әсәйем, өләсәйем менән дә бүлештем.
- Үҙең ҡайһы яҡ ҡыҙы һин, Эвелина? Яҡындарың бындай спорт төрө менән дуҫлығыңды нисек ҡабул итә?
- Үҙән ауылынан мин. Күп балалы ишле ғаиләлә үҫтем. Спорт менән ныҡлап Белорет металлургия колледжына уҡырға ингәс мауыға башланым. “Яугир” спорт үҙәгенә иғлан буйынса яҙылып, бына ике йыллап ошонда шөғөлләнәм. “Яугир”ға килеүемә бер ай тигәндә ярыштарҙа ҡатнаша башланым: тәүҙә Башҡортостан, шунан Волга буйы федераль округы, артабан Рәсәй ярыштарында еңеүҙәр яуланым. Туғандарым, әлбиттә, спорт менән мауығыуыма ыңғай ҡарай. Римдә еңеп ҡайтҡас, Әсәйем Зарима, һин минең йәшлек хыялдарымды тормошҡа ашыраһың, тигәйне... Өләсәйем Зөлфиәнең дә ғорурлығының сиге юҡ.
- Киләсәгеңде нисек күҙаллайһың?
- Бөгөнгө көндә колледжда хоҡуҡ белгесе һөнәрен үҙләштерһәм, унан ары спорт һәм физкультура буйынса юғары белем алырға ниәтләйем. Киләсәгемде спорт менән бәйләп, тренерлыҡ менән шөғөлләнеп, донъя чемпиондарын тәрбиәләһәм, минән дә бәхетле кеше булмаҫ...
Эвелинаның ниндәйерәк ҡыҙ булыуын, еңеүгә нимә булышлыҡ итеүе тураһында уның тренеры - “Яугир” спорт үҙәге етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин бына нимә ти: “Еңеүҙәребеҙҙең бындай кимәлгә барып етеүе, әлбиттә, көтөлмәгәнерәк булды. Донъя чемпионатына юл асылғас, аптырап ҡалманыҡ, үҙ көсөбөҙ менән матди хәлде яйлап, виза эшләтеп, спортсыбыҙҙы ебәреүгә өлгәштек. Эвелина өсөн бик тулҡынландыҡ, доғалар ҡылдыҡ. Аллаға шөкөр, оло ҡыуаныс кисерергә яҙҙы. Минеңсә, был бер кешенең генә түгел, ә һәммәбеҙҙең дөйөм еңеүе ул.
Эвелинаға килгәндә, иҫ киткес тәртипле, ҡара тырыш, көслө рухлы, маҡсатлы ҡыҙ. Донъя чемпионатында тап ошо сифаттары арҡылы еңеп сыҡты ла инде ул. Был уңышыбыҙ, моғайын да, беҙҙең спорт үҙәге өсөн дә файҙаға булыр, тим - күнекмәләр өсөн уңайлы шарттар тыуыр, етәкселек яғынан, ниһайәт, тейешле иғтибар ҙа бүленер...”
Һис шикһеҙ, Белорет ҡалаһын бар донъяға танытҡан “Яугир” спорт үҙәгенең эштәре бынан ары көйләнмәй ҡалмаҫ, сөнки Эвелина Хаджиева кеүек юғары исемдәр яулар спортсыларға яҡшы шарттар булдырыу фарыз.