Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ноябрь 2019, 16:15

Сетерекле ҡатын-ҡыҙ ғазаптары

“Йәшәү сифаты” тигән тѳшѳнсә кѳндән-кѳн әһәмиәтлерәк була бара. Ҡайһы бер сирҙәр тѳркѳмѳ, ғүмер оҙонлоғона тәьҫир итмәһә лә, йәшәү сифатын һиҙелерлек түбәнәйтә.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың янбаш тѳбѳ сирҙәре (рус. заболевания тазового дна), бер яҡтан, медицина, икенсе яҡтан, социаль-әхлаҡи проблемаларҙан һанала. Репродуктив осор тамамланыу менән тормош туҡтап ҡалмай, гүзәл зат был йәштә лә ир ҡатыны, әсәй; шулай уҡ яңы халәт - ѳләсәй булыу бәхетен дә татый. Ғѳмүмән, ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләнең именлеге, ырыҫы тик ҡатын-ҡыҙҙан тора.
Һуңғы йылдарҙа янбаш тѳбѳ сирҙәре һиҙелерлек йәшәрҙе. Уларҙың иң таралғаны - кѳсәнгән саҡта (йүткереү, сѳскѳрѳү, физик кѳсѳргәнеш) бәүел тотмау һәм янбаш ағзаларының тѳшѳүе (пролапс). Статистика буйынса, 50 йәште уҙған һәр ѳсѳнсѳ ҡатын-ҡыҙ ошо патологияларҙың береһе менән яфалана. Күпселек гүзәл заттар, әлеге кәмселектәренән уңайһыҙланып, үҙ-үҙҙәренә йомолорға мәжбүр. Бәғзеләре һуңлап, ауырыуҙың тәүге билдәләренән 7-8 йыл үткәс кенә, табипҡа мѳрәжәғәт итә.
Янбаш тѳбѳ мускулдарын нығытыу - был сирҙәрҙең башланып ҡына торған осоронда иң киң таралған профилактика ысулы булып һанала. Әммә пациенттар табипҡа һуң күренеү сәбәпле, әлеге дауалау алымдары ярҙам итмәй, тимәк, операция эшләү мѳһимлеге килеп тыуа.
Бѳгѳн янбаш тѳбѳ сирҙәрен дауалау, ысын мәғәнәһендә, революцион үҙгәрештәр кисерә. Яңы ысулдар ярҙамында операциялар эшләү, заманса дарыуҙар, материалдар ҡулланыу ҡатын-ҡыҙҙы физик һәм әхлаҡи ғазаптарҙан ғына арындырып ҡалмай, уның йәшәү сифатын да күпкә яҡшыртасаҡ. Ваҡытында алынған профессиональ дауа гүзәл затты тиҙ арала ғаиләһенә, йәмғиәткә ҡайтарасаҡ, тормошон тулы ҡанлы итәсәк.
Эйе, һәр кем ғүмере, сәләмәтлеге ѳсѳн фәҡәт үҙе яуаплы. Табипҡа мәлендә мѳрәжәғәт ҡылып ҡына, һаулыҡты һаҡлап ҡалырға мѳмкин икәнде онотмағыҙ!
Ринат ҒӘЛЛӘМОВ,
акушер-гинеколог, хирург.
Читайте нас: