Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Декабрь 2019, 14:20

Күпер... Уңырмы, туңырмы?

Һуңғы йылдарҙа төйәк халҡын борсоған иң оҙон ағас күперҙең яҙмышы, ниһайәт, республика Хөкүмәте етәкселеген дә уйға һалды. Ошо йәйҙә яртылаш емерелеп төшкән тарихи ҡомартҡыны тотош һүтеп ташлау ниәтенән дүнеп, уның имен өлөшөнә бәйле эштәрҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға хәл ителде.

Был хаҡта Өфөлә үткән “Ҡала мөхите сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә Башҡортостан башлығының йәмәғәт киңлектәре үҫеше советнигы Ольга Сарапулова хәбәр иткәйне.

4 декабрҙә районға эш сәфәре менән килгән Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары - төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев та, тәү сиратта, ҡасандыр Белорет быуаһының ике ярын тоташтырған иҫке күперҙең торошо менән ҡыҙыҡһынды. Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, күпер яҙмышына битараф булмаған әүҙем йәмәғәтселәр оҙатыуында, Өфө ҡунаҡтары ҡоролманың аяныс хәлен, шулай уҡ быуа буйындағы территорияны, ҡала пляжын күҙҙән уҙғарҙы.

Хакимиәт бинаһында активистар менән ойошторолған асыҡ осрашыуҙа ла һүҙ күпер һәм шул тирәләге объекттар хаҡында барҙы.

- Тарихи ҡомартҡыны тергеҙеү өсөн яҡынса 50 миллион һум сығым талап ителә. Әлбиттә, төрлө федераль программаларҙа ҡатнашып, бюджет иҫәбенә лә төҙөкләндерергә мөмкин, әммә был осраҡта уны ғәмәлгә ашырыу оҙайлы һәм ҡатмарлы юл үтәсәк. Бынан тыш, финанслауҙы республика инвестиция программаларына индерергә йәиһә бюджеттан тыш бағыусылар иҫәбенә лә тергеҙергә мөмкин, - тип күперҙең киләсәге бигүк өмөтһөҙ булмауын аңғартты Борис Владимирович.

Владислав Миронов та үрҙә әйтелгәндәрҙе хуплап, ҡоролмаға бәйле мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә ышаныс белдерҙе. Ул шулай уҡ был мәсьәләлә берҙәм булырға, ашығыс һығымталар яһамаҫҡа, ығы-зығы ҡуптармаҫҡа кәңәш итте.

Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, архитектура, төҙөлөш өлкәһе белгестәре, эшҡыуарҙар, әүҙем йәмәғәтселәр ҡатнашлығында пляж территорияһының үҫеш концепцияһы йәһәтенән фекер алышыуҙа иһә һәр кем үҙ ҡарашын, тәҡдимдәрен әйтергә форсат тапты.

Эш сәфәре һуңында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Пугачев карьеры янында тѳҙѳләсәк яңы таҙартыу ҡоролмалары ѳсѳн билдәләнгән ерҙәрҙе ҡараны; “Яугир” ҡатнаш кѳрәш спорт үҙәге тренеры Абдулҡадир Нурғәлин менән осрашып, хәл итәһе проблемаларҙы барланы.

Читайте нас: