Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Декабрь 2019, 18:45

Һәр яҡлап та һәләтлеләр

Республикабыҙҙа Театр йылы тамамланып килә. Быйыл драма әҫәрҙәрен сәхнәләштереүгә ҙур әһәмиәт бирелде. Сермән мәҙәниәт йорто ла был йәһәттән гѳрләп торҙо.

Яҙаһы һүҙем ноябрь башында ауыл халҡы ѳсѳн ҡуйылған ике шаршаулы “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” (авторы Туфан Миңнуллин) исемле драма әҫәре тураһында булыр.
Ѳс йѳҙ урынлы тамаша залы шығрым тулы... Барса халыҡ тын ҡалып спектакль башланыуын кѳтә... Әңңә-ә, әңңә-ә... Барыбыҙҙы ла һиҫкәндереп, шаршау артында сабыйҙар илауы ишетелде ...
Бала табыу йортондағы палаталарҙың береһендә барған хәл-ваҡиғаларҙы, кисерештәрҙе нисек бар, шулай сағылдыра алды Сермән һәүәҫкәрҙәре.
Нисә ҡатын - шунса яҙмыш: кемдер инде 8-се балаһын табып ҡыуана, кемдер кѳттѳрѳп кенә тыуған сабыйын ҡулына алып һѳйѳнә; бәғзе берәүһе тик үҙе ѳсѳн генә тапҡан бәпесен ҡоса; етеш, иркен йәшәгән аҡсалы ханым үҙ бәләкәсен күкрәк һѳтѳнән мәхрүм итеп, унан баш тартырға йыйына. Ә инде күрше гинекология бүлегендә дауаланып ятҡан бисара ҡатын ошо бәпәйҙе алып ҡайтам, тип үҙәкте ѳҙә...
Драма әҫәрен уйнаусы актерҙар - уҡытыусылар, балалар баҡсаһы, клуб хеҙмәткәрҙәре һәр образды күңелгә үткәрерлек итеп ҡылыҡһырлай алды.
Һигеҙ бала әсәһе ролен башҡарған Гѳлсинә Хажина үҙен тәбиғи тотоуы, шул ҡәҙәр оҫта уйнауы менән таң ҡалдырҙы.
Зарема Дәүләтбаева (Валентина), Рәсилә Байғутлина ла (Алтынсәс) үҙҙәренә тәғәйен ролдәрҙе онотолоп уйнанылар.
Ҡаты бәғерлелеге, йѳрәк ярып сыҡҡан балаһына ҡарата битарафлығы менән тамашасыны тетрәндерергә мәжбүр иткән ҡатмарлы ролде - Дилемманы уйнаған Эльмира Харрасова ла үҙ образын тулыһынса асыуға иреште.
Йәш саҡта ҡылған бер хаталы аҙым арҡаһында бәпес һѳйѳү бәхетенән мәхрүм булған исемһеҙ ҡатын ролен Таһира Идрисова башҡарҙы.
Бала табыу йорто табиптары - Лариса Хѳснѳтдинова, Айгѳл Килмѳхәмәтова, шәфҡәт туташы - Резида Ғәлиәхмәтова үҙ геройҙарын итәғәтле, яуаплы, тәжрибәле итеп күрһәтеүгә ѳлгәште.
Дилемманың ҡәйнәһе ролен уйнаған ҡара күҙлекле, париклы Гѳлбикә апай Шәйәхмәтованы спектакль тамамланғансы таный алмай бер булды халыҡ. Дилемманың әсәһе - Римма образын асҡан Зилә Фәхрисламова, әйтерһең дә, сәхнә ѳсѳн генә тыуған - һәр ҡыланышы ғәйәт килешеп тора.
Сәғәт ярымға һуҙылған фәһемле драма бер тынала үтеп тә китте. Тамашасыны һәүәҫкәр актерҙарҙың оҫта уйнауы ғына түгел, сәхнәнең зауыҡлы биҙәлеше лә һоҡландырҙы.
Спектаклде 21 кѳн эсендә сәхнәгә әҙерләүсе режиссер Гѳлфиә Шакирова үҙен маһир, һиҙгер ойоштороусы булараҡ танытты. Драма әҫәре тамамланып, шаршау ябылғас та, халыҡ таралырға ашыҡманы. Тәрән мәғәнәле, кѳслѳ әҫәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың әҫәрләндерерлек уйнауы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Беҙҙең кисебеҙҙе йәнләндергән, йәмләндергән Гѳлфиә Ғиззитдин ҡыҙына, актерҙарға ауыл халҡы исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Артабан да һеҙгә илһамлы ижад, уңыштар юлдаш булһын!
Люциә Шаһиморатова,
Сермән мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: