Тѳҫтәрҙең һѳйѳклѳһѳ - аҡтыр. Йәшел нәмәгә ҡарау күреү һәләтен арттыра. Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с йәшел бишмәт кейҙе. Йәшел тѳҫтәге кейем кейеү сѳннәт. Ир кеше ҡыҙыл һәм һары тѳҫтәге, ебәк йә ебәк ҡатышҡан кейемдән йыраҡ торорға тейеш. Кейемде таҙа тотоу - сѳннәт, пак кейем уйҙы һәм ҡайғыны бѳтѳрѳр. Намаҙ ѳсѳн кейемдең таҙалығы фарыз булған кеүек, намаҙҙан башҡа бысраҡ кейем кейеү шәриғәтебеҙҙә тыйылған. Хәҙис-шәрифтә былай тиелә: ”Дѳрѳҫлѳктә, Аллаһы Тәғәлә үҙенең биргән ниғмәтенең әжерен ҡоло ѳҫтѳндә күреүҙе ярата”.
Байлығыбыҙ булып, ниәтебеҙ тәкәбберлек булмағанда, пак һәм нәфис кейемдәр кейеп йѳрѳү сѳннәттер. Байлыҡ була тороп, иҫке кейем кейеү түбәнселек булыр. Кейгән кейемдәге ниәт тәкәбберлек ѳсѳн булһа, кейем яҡшы булһа ла, гонаһлы булыр. Кейемде уң яҡтан кейә башларға, һул яҡтан сисергә кәрәк.
Хәҙис-шәрифтә: “Дѳрѳҫлѳктә, ендәр кешеләрҙең кейемдәре һәм ҡоралдары менән файҙаланырҙар. Һеҙҙең берегеҙ кейемен һәм күлдәген яңыртһа “Бисмил-ләһи”не әйтерһең, сѳнки аллаһы Тәғәләнең исеме ул кейемгә мәһәр булыр”.
Эш кейемен кейгәндә “Фатиха” сүрәһен уҡыр кәрәк. Кейемде шатланып иңгә-буйға тартма, сѳнки былай ҡыланыу тәкәбберлек булыр. Күлдәкте салбарҙан элек кейеү Пәйғәмбәрҙәр сѳннәтенән булыр. Дошман үрелмәһен һәм бәлә килмәһен тиһәң, салбарҙы ултырып кей. Кейемде ҡайҙа етте, шунда ырғытыу әҙпһеҙлек һанала. “Шайтан кеймәһен ѳсѳн”дѳң мәғәнәһе: кейемде теләһә ҡайҙа ташлаусы шайтан булыр, шуға кейемде кейеүсе үҙе шайтан булыр. Дѳрѳҫлѳктә ул кейем әйтер: “Һин мине кис менән зиннәтлә, мин һине кѳндѳҙ зиннәтләрмен”. Йәғни кейемде кисен сискәс, таҙартып, бѳкләп ҡуй. Тѳрлѳ биҙәкле кейемдәр кеймә, бигерәк тә хайуан һүрәттәре булған кейем кейеүҙән һаҡлан, сѳнки ундай кейем кейгәндәрҙе фәрештәләр һаҡламаҫ. Ҡатын-ҡыҙҙар тәндәре күренерҙәй йоҡа кейем кеймәһен. Сѳнки бындай кейем кейгән ҡатындарға ирҙәрҙең күҙе тѳшһә, ирҙәр гонаһлы булыр.
Кѳмѳш йѳҙѳк кейеү сѳннәт, һаҡалды ҡуйы үҫтереү сѳннәт. Хәҙис-шәрифтә: “Берәү тырнаҡтарын йома кѳнѳндә ҡырҡһа, тырнаҡ остары таралмаҫ”, тиелә. Икенсе хәҙис-шәрифтә: “Берәү күҙ ауырыуынан, ала тәнлелектән һәм йүләрлектән ҡотолорға теләһә, тырнаҡтарын кесаҙна кѳнѳ икенденән һуң ҡырҡһын. Ҡырҡҡан тырнаҡ менән шайтан уйнамаһын ѳсѳн ергә күм. Тырнаҡтарҙы теш менән алма, сѳнки былай итеү ала тәнлелекте һәм йүләрлекте булдырыр”.