Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Декабрь 2019, 18:30

Был ризыҡтар ғүмер сифатын яҡшырта

Яман шештең һуңғы стадияһында ла ғүмерҙе оҙайтыу, хәл-торошто яҡшыртыу мѳмкин, ти, Америка табиптары.

Уларҙың фекеренсә, рак менән ауырыусылар үҙ рационында, нигеҙҙә, үҫемлек сығанаҡлы ризыҡҡа ѳҫтѳнлѳк бирергә тейеш. Онкология буйынса белгестәр шуны билдәләй: яман шештең 4-се стадияһында дѳрѳҫ туҡланыуға күскән пациенттарҙа ремиссия (хәлдең еңеләйеүе) күҙәтелгән. Йәшәү рәүешен үҙгәрткән, дѳрѳҫ туҡлана башлаған “ѳмѳтһѳҙ” пациенттар бер аҙҙан үҙҙәрендә йәшәү кѳсѳнѳң артыуын тойған.
Хәйер, 50 процент еләк-емеш, йәшелсәләрҙән торған диета сәләмәт кеше ѳсѳн дә, сирлеләргә лә берҙәй файҙалы. Яман шешкә дусар булғандарға йышыраҡ авокадо, сельдерей, татлы борос, грейпфрут, томаттар, ҡуҙаҡлы үҫемлектәр, йѳҙѳм, банан кеүек ризыҡтар ашау, үлән сәйҙәре эсеү; кире эмоцияларҙан ҡотолоу, медитация яһау, яратҡан шѳғѳл табыу фарыз.
evo-rus.com сайтынан.
фото:lady.uaset.com
Читайте нас: