Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Декабрь 2019, 19:00

Һуңлап килгән Яңы йыл

Был хәл 1992 йылды ҡаршылаған төндә булды. Ул ваҡытта ғаиләбеҙ менән Силәбе өлкәһенең Миәс ҡалаһында йәшәй инек. Көрсөк йылдар ваҡыты. Бергә эшләгән ғаилә дуҫыбыҙ Валентина Ситникова Яңы йылды бергәләп ҡаршыларға тәҡдим итте.

Ирҙәр эштә саҡта көнө буйы сират тороп мандарин, әфлисун, башҡа кәрәк-яраҡтар алдыҡ. Валяның фатиры иркенерәк булғанлыҡтан, уларҙа ултырырға һөйләштек. Төрлө салаттар эшләү хәҙер генә киң ҡолас алды, ә ул ваҡытта бөтәһе лә күбеһенсә сөгөлдөрҙән винегрет эшләй ине. Шулай итеп беҙҙең дә һый-хөрмәттәребеҙ әҙер булғас, шампан шарабы алырға онотҡан булып сыҡтыҡ. Өйгә ҡайтып кейенеп килгәндә юл ыңғай магазинға инеп алырмын, тип, балаларымды Валяла ҡалдырып ҡайтып киттем. Ирем үҙе эшләгән заводтың магазинында талон менән шампан биреүҙәрен, тик сираттың оҙон булыуына көйөнһә лә, магазинға юлланды. Ул көнө-төнө эшләгән берҙән-бер магазин ине. Өйҙәге эштәремде эшләп бөтөп, күстәнәстәребеҙҙе, бүләктәребеҙҙе йыйып, иптәшем артынан магазинға киттем. Төнгө 11-селә генә ике шампан тотоп ирем магазиндан килеп сыҡты. Ул ваҡытта такси, телефон юҡ, Валялар йәшәгән ергә троллейбуста дүрт туҡталыш барырға кәрәк. Шундуҡ туҡталышҡа йүгерҙек. Шығырым тулы троллейбусҡа артҡы ишектән саҡ инеп, кәрәкле туҡталышҡа килеп төшөүгә, икебеҙҙе ике яҡтан милиция хеҙмәткәрҙәре эләктереп алып, машинаға индереп тә ултыртты. Был хәл шул тиклем тиҙ булды, беҙ бер ни аңламай ҙа ҡалдыҡ. Ҙур хәрефтәр менән “Милиция” тип яҙылған бинаға килеп туҡтағас, машинанан төшөрөп, бәләкәй бүлмәгә индерҙеләр.
- Иптәштәр, борсолмағыҙ, әгәр яңылышлыҡ булһа ғәфү үтенеп, бараһы ерегеҙгә алып барып ҡуйырбыҙ, ә хәҙергә беҙ һеҙҙе тотҡарларға мәжбүрбеҙ, - тиеүҙәренә мин илай башланым. Йәш кенә милиционер егет мине тынысландырырға маташып, стакан менән һыу биреп ҡараны. Беҙҙе ҡалдырып үҙҙәре икенсе ишеккә инеп юғалдылар. Бер аҙҙан олораҡ сержант менән беҙҙе алып килгән егеттәр килеп инде: “Ғәфү итегеҙ, яңылышлыҡ булды, һеҙҙе фатир бурҙары менән бутағандар, уларҙың да өҫтәрендә ҡара һәм күкһел төҫтәге тун булған, бурҙарҙы күргән кешеләр һеҙ түгел икәнлекте дәлилләне, тағы берҙе ғәфү үтенәбеҙ. Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ! Әйҙәгеҙ, бараһы ерегеҙгә машина менән алып барып ҡуябыҙ, - тиеүҙәренә ҡарамай, дуҫтарыбыҙ йәшәгән йортҡа йәйәүләп кенә киттек. Барып инеүгә беҙҙе юғалтҡан иптәштәребеҙ, балаларыбыҙ аптырашып ултыра ине.
Шулай итеп 1992 йылды төнгө 2-лә генә ҡаршыларға тура килде.

Әнисә Ғәзизова.
Абҙаҡ ауылы.

Читайте нас: