Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2019, 21:05

Балағыҙҙы иртән ашарға өйрәтегеҙ

Кеше, нисә йәштә булмаһын, дѳрѳҫ туҡланырға тейеш. Мәктәп уҡыусылары ѳсѳн даими ашау бигерәк тә мѳһим.

Был осорҙа организм үҫә, формалаша, мускулдар, терәк-хәрәкәт аппараты, йѳрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһы нығый, гормональ үҙгәрештәр бара. Шуға ла бала кѳнѳнә кәм тигәндә дүрт тапҡыр, ә киске ашты мотлаҡ йоҡларға ятырҙан ике сәғәт алда ашарға тейеш. Бѳтә балалар ҙа иртән ашарға теләмәй. Шуға ла иртәнге аш ауыр булырға тейеш түгел. Йомортҡа йәки запеканка, бутҡа, эремсек, йәшелсә бирергә, сәй һәм һѳтлѳ какао эсерергә була. Балағыҙ ѳйҙән сығып киткәндә кѳндѳҙ ҡапҡылап алһын ѳсѳн сумкаһына берәй аҙыҡ һалығыҙ. Сыр, бешкән ит менән бутерброд эшләһәгеҙ, бик яҡшы булыр. Йәшелсә, емеш-еләк тураһында ла онотмағыҙ. Балағыҙға йылы ризыҡтың файҙаһы тураһында аңлатығыҙ. Ул кѳндѳҙ ашханала туҡланырға тейеш. Ә инде тѳшкѳ ашты ѳйҙә ашаһа, уны аш, балыҡ, ит, быҡтырып бешерелгән йәшелсә менән һыйлай алаһығыҙ. Киске аш шулай уҡ йылы булырға тейеш. Был ваҡытта балаға һѳт, кефир бирергә кәңәш ителә. Мәктәп уҡыусыһы ѳсѳн һѳттѳң кѳндәлек нормаһы - 500 мл.
Читайте нас: