Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2019, 14:55

Булдыҡлының эше уң

Кешене намыҫлы хеҙмәте биҙәй. Хеҙмәт яратҡандар тормошта ла юғалып ҡалмай. Күңел һалып башҡарған эштең дә һөҙөмтәһе була. Шығайҙа йәшәүсе Сәкинә һәм Рәхмәтулла МӘҒӘФҮРОВТАР ҙа нәҡ шундайҙарҙан.

...Нимә генә тиһәң дә, элек халыҡты хеҙмәткә йәлеп итеү тейешле кимәлдә алып барылды. Мәктәпте яңы ғына тамамлап торған ҡыҙ һәм егеттәрҙең күпләп ауыл хужалығын һайлауы, малсылыҡта ең һыҙғанып эшләүе, хеҙмәтендә юғары күрһәткестәргә ирешеүе үткәндәрҙә генә ҡалһа ла, оло быуын вәкилдәренең күңелендә матур бер хәтирә булып һаҡлана. Сәкинә Ғаззал ҡыҙы һәм Рәхмәтулла Тәфтизан улы ла оҙаҡ йылдар малсылыҡта эшләгән, колхоз, берҙәмлек, алдарына ҡуйылған маҡсатбурыстар, социалистик ярыштар осорон һағынып иҫкә алған, яҡты хәтирәләр һаҡлаған парҙарҙың береһе.
Сәкинә апай 25-се һөнәрселек Булдыҡлының эше уң училищеһында сым һуҙыусы һөнәренә уҡып сығып, ике йылға яҡын металлургия комбинатында эшләгәндән һуң, тыуған Шығайына ҡайтып, хеҙмәт юлын “Заря” колхозында һауынсы булып дауам итә. Тырышып эшләй үҙ колхозында Сәкинә Ғаззал ҡыҙы. Район, республика кимәлендә үткән ярыштарҙа ҡатнашырға ҡурҡып тормай. 1998 йылда район намыҫын республика кимәлендә яҡлағанын бөгөнгөләй хәтерләй ул. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу алдынғы һауынсыға яңынан-яңы дәрт бирһә, икенсенән, яуаплылыҡ та өҫтәй.
Рәхмәтулла Тәфтизан улы ла, Үҙәндә махсус курстар үткәндән һуң, машина менән һауыу операторы булып фермаға эшкә урынлаша. Йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡарыуы, тырышлыҡ, артынан башҡаларҙы эйәртә алыуы Рәхмәтулла ағайҙы вазифауи эштәргә үрләтә. 90-сы йылдар башында ферма мөдире дилбегәһен дә ышанып тоттора етәкселек. Ун йыллап мөдирлек вазифаһын алып барғандан һуң, бригадирлыҡ эшен ышанып тапшыралар. Ауыл мәктәбендә лә эшләп ала. Һәр ышанып тапшырылған эшен намыҫлы башҡара. Күп кенә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары ла Мәғәфүровтарҙың ауыл хужалығы өлкәһендә өлгәшкән ҡаҙаныштары тураһында һөйләй.
Хәйер, был йылдарҙы Мәғәфүровтар үҙҙәре лә йылы хәтирәләр менән иҫкә ала:
- Тырышып эшләнек, йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡарҙыҡ. Ул ваҡытта фермаларҙа бер нисә тиҫтә баш ҡына мал тотманылар. Меңләгән баш була торғайны. 360 һауын һыйырының 200-ө һауын аппараты ярҙамында һауыла ине. Ғаиләләр менән иртә йәйҙән көҙгәсә “Хафиз утары”нда, “Ҡоттоша”ла йәйләнек. Ауыл хужалығы өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды. Балалар ҙа шунда эш рәтен белеп үҫте, - ти Мәғәфүровтар.
Колхоз тарҡалып, алдынғы эшселәр хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да ауыл хужалығын, күңел һалып башҡарған эштәрен ташламай улар. 2002 йылда фермерлыҡ эшенә тотоналар. Дәүләттән дә ярҙам көтөп ултырмай, хәлдәренән килгәнсе малды ишәйтеп, ең һыҙғанып эшкә керешәләр. Уңғандарға эш тә ҡарышмай. Һауын һыйырҙарын 8-10 башҡа еткерәләр. Ауылдың уңғандары күңел биреп етештергән төп продукция - һөткә килгәндә, уны маҡтап һатып алыусылар арта ғына. Мәғәфүровтар хәҙерге баҙар шарттарына яраҡлашып, һөт ризыҡтарын, ҡаймағын, һөтөн һатыуға сығара. Заман талаптарына ҡулайлашып, хеҙмәттән йәм табып, тормоштарына, балаларына шөкөр ҡылып йәшәй ауыл фермерҙары.
Балаларға килгәндә иһә, улар ҙа күптән үҙаллы тормош ҡорған. Оло улдары Шәфҡәт ауылда төпләнгән. Әйткәндәй, бер нисә йыл элек аталы-уллы Мәғәфүровтарҙың уртаҡ крәҫтиән-фермер хужалығы булдырыла. Бәләкәйҙән, ата-әсәһенә оҡшап, ер эшенә өйрәнгән Шәфҡәт Рәхмәтулла улы ла ауылға береккән. Уртансы улдары Илнур ғаиләһе менән Тирләндә йәшәй һәм эшләй. Өсөнсөләре - Алмас полиция хеҙмәткәре, ҡыҙҙары Гөлфинә балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Икеһе лә Белоретта йәшәй. Ете ейәнсәр һәм ике ейәнгә ҡәҙерле өләсәй һәм олатай улар. Балалары, ейәндәре лә һәр яҡлап ярҙам итеп торалар.
Бар нәмәнән йәм табып, матурлыҡҡа тартылып йәшәгән кешеләр һоҡланыу уята. Ошондай ихлас, тырыш кешеләр ауылдың тотҡаһы булып тора ла инде.
Читайте нас: