Һуңғы бер нисә йылда офтальмологтар компьютер менән бәйле күҙ ауырыуының - компьютерлы күреү синдромының барлыҡҡа килеүен билдәләй. Үкенескә күрә, был сир менән яфаланыусылар һаны кѳндән-кѳн арта ғына.
Компьютерлы күреү синдромы тип, күреү ағзаларына ҡағылышлы сир билдәләренең бѳтѳн бер йыйылмаһын атайҙар. Уларҙы ике тѳркѳмгә бүлергә мѳмкин: күҙҙең боҙолоуы һәм күреү һәләтенең түбәнәйеүе.
Күпселек ваҡытын монитор экранына тѳбәлеп уҙғарған кешеләрҙең зарланыуын да ике тѳркѳмгә бүлеп ҡарайҙар: оптик (күреү һәләтенең түбәнәйеүе, бер-береһенән тѳрлѳ алыҫлыҡта урынлашҡан предметтарҙы ҡапыл-ҡара асыҡ тѳҫмѳрләмәү, бер әйберҙе икәү итеп күреү, уҡыған саҡта тиҙ арыу) һәм физик (күҙҙәрҙең әсетеүе, күҙ ҡабағы аҫтында “ҡом” тойоу, күҙ соҡорондағы, маңлайҙағы ауыртыуҙар, күҙҙәрҙең хәрәкәт иткәндә ауыртыуы, күҙ алмаларының ҡыҙарыуы) зарланыуҙар.
“Компьютер синдромы” менән нисек кѳрәшергә?
- теге йәки был билдәләр тойолоу менән, кисекмәҫтән офтальмологка күренергә, үҙ белдегегеҙгә дауаланмаҫҡа;
- күҙ йәшен алыштырған тамыҙмалы махсус күҙ дарыуҙарын ҡулланырға;
- компьютер менән эшләгән саҡта, 20-30 минут һайын күҙҙәргә ял бирергә.