► Ара алыҫлығы һәм ваҡыт форсат бирһә, эштән йәйәү ҡайтырға тырышығыҙ. Нервы кѳсѳргәнеше бѳтѳр, кәйефегеҙ күтәрелер. Аҙыҡ-түлекте йәшәгән урынығыҙға яҡын магазиндарҙан алығыҙ.
► Атлағанда аяҡ табандары мускулдарын йомшартыу, ҡулдарҙы иркен һелтәү һәйбәт. Эстән генә йыр кѳйләп барыу ҙа йәнгә тыныслыҡ бирә.
► Юлығыҙ бәҫ ҡунған ағастар эргәһенән үтһә, уларға һоҡланып күҙ һалырға, туҡтарға ваҡыт табығыҙ. Күҙегеҙ ял итер, күңелегеҙгә гүзәллек һирпелер.
► Ѳй ишегегеҙҙе асҡанда, йылмайығыҙ - ѳйҙәгеләргә һѳйѳнѳс булһын, йортоғоҙға йылылыҡ, нур тулһын.
► Ѳй хәстәрҙәренә сумырға ашыҡмағыҙ. Ѳҫтѳгѳҙҙѳ алмаштырғас, бер-ике минут ял итеп алығыҙ. Салҡан тѳшѳп, ҡулдарығыҙҙы баш аҫтына ҡуйып, аяҡ остарын үҙегеҙгә табан тартығыҙ, унан аяҡтарҙы теҙҙән бѳгѳп, ҡулдарығыҙ менән аҫтан ѳҫкә табан һыйпағыҙ. Башығыҙҙы күтәреп, йәняҡҡа әйләнмә хәрәкәттәр яһағыҙ.