Клубтағы яңы йыл маскарадын гел 31 декабрь үткәрә торғайнылар, беҙ костюмдар менән барырға килешкәйнек. Шуға мин кейем рәтләп, өҫтәл хәстәрләп, балаларҙы кейендереп әҙер торҙом.
Кис еткәс, бесәнде бушатышып, малды тәрбиәләп, төпкө ояға һыйыр һауырға инеп киттем.
Бәй, сығайым тиһәм, тыштан биклемен, төрткөләп, тибеп ҡарайым - тауыш юҡ. Ҡысҡырыуым да бушҡа. Бик ныҡлы, шпингалет һымағыраҡ эшләнгәйне. Һарайҙар бәрәңге баҡсаһы осонда. Ни эшләргә? Утлыҡсаға терәлдем дә уйлай башланым: эргәлә тыҡрыҡ һәм өҫкө урам һуҙыла. Берәйһе яңылыштан ғына уҙмаһа, башҡа берәү ҙә үтмәйәсәк. Клубҡа төшөргә ике сәғәтләп ваҡыт бар, тик Калугиндар йөрөмәҫтер, Самороковскийҙар Дауахана урамы аша йөрөй, ә был өҫтәге дүрт өй, үҙҙәре әйтмешләй, курмыш, күптән байрам итә, уларҙа кеше ҡайғыһы юҡ...Тимәк Тоня менән Викторҙа ғына өмөт, әгәр икенсе ергә китмәһәләр. Тауыштары ишетелһә, ярҙамға саҡырырға!
Аяҡта быйма, өҫтә малға кейгән йоҡа куртка, өшөтә башлаһа, һыйырға арҡа терәрмен инде. Ә төнгә ҡалһам?.. Уйлауы ҡурҡыныс... Ярай әле утты һүндереп китмәгән, юғиһә алыр инең өлөштө.
Ултырам шулай, илап та алдым. Арҡа өшөй башланы. Һыйыр ятырға ла уйламай, һөйләшәм үҙе менән.
- Ят инде, арҡамды йылытайым, исмаһам, - тим.
Һөт эсеп ҡараным - һыуынған, нығыраҡ өшөтә генә бирҙе.
Күпме ултырғанмындыр, бер саҡ иремдең йырлап килгән тауышы ишетелде. Ат янына китте, ул һарай ситтәрәк. Ҡысҡырам.
- Бәй, һин мындамы ней? Мин шул арала ҡайҙа юғалды был, тип аптырап көттөм-көттөм дә сәй эсеп алдым. Ҡыҙҙарҙан һораһам, белмәйҙәр, - тип көлә-көлә килеп асты.
Ә миндә көлкө ҡайғыһы юҡ, тиҙерәк өйгә йүгерҙем, йылыныу ғына уйымда, клубы ла кәрәкмәй...
Икенсе юлы костюм әҙерләп, балаларҙы эйәртеп клубҡа төштөм. Байрам башланған. Таныштар эргәһенә ҡыҙҙарымды ултыртып, үҙем кейенергә лә өлгөрмәнем - ут һүнде лә ҡуйҙы. Тәүҙә көтә бирҙеләр, шунан бер-ике май шәме табып яҡтыртҡан булып, йырлашып ултырҙылар. Һаман ут бирмәгәс, ҡайтып йоҡларға яттыҡ, Яңы йылһыҙ ғына.
Ә иртән тороуға ут биргәйнеләр...