Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Декабрь 2019, 23:10

Ҡарт алмағас

Ҡапыл көслө ел сыҡты. Ҡыйыҡ баштарынан нимәләрҙер осто, асыҡ торған ҡапҡалар, тәҙрәләр шартлап ябылды, урамда йөрөгән ҡош-ҡорт, эт, бесәйҙәр ояларына инә һалып боҫто. Урам аша иҫке йорт баҡсаһында бер ағас сырт һынды.

Ҡарт алмағас ҡото осоп ыңғырашып ҡуйҙы. Янындағы буш дүңгәккә таяна-таяна ел ыңғайына йән-яҡҡа бөгөлдө. “Бөттөм, ахырыһы, минең дә ғүмерем ҡыл өҫтөндә”, тигән уй үтте башынан. Ергә көҙгө емештәре - бәләкәй алмалары - күҙ йәштәре булып тып-тып тамды.
Ҡойон нисек килеп сыҡҡан, шулай дер һелкетеп үтте лә китте. Ҡарт алмағас уфылдап тын алып, турайып баҫып, ҡаршы баҡсаға күҙ һалды. “Күршекәйем ауған даһа. Нисәмә йылдар бергә үҫтек. Яҙҙарын апаҡ сәскәле шәлдәребеҙгә төрөнгәс, уны елгә елберҙәтеп, бер-беребеҙҙе сәләмләй инек. Ваҡ ҡына булһа ла, алмабыҙҙы тиреп ҡайнатып, хужабикәләребеҙ шатланһа, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булмай торғайны. Һынған, бахырҡай. Киләһе яҙҙарҙы күрә алмам инде, тип ҡайғыра ине. Үткән ел-дауыллы йылды имен-аман ғына сыҡҡайныҡ таһа. Эргәһендәге йәш ағастар йәлләп, эйелеп-бөгөлөп илай, терәк-таяныстары ине шул. Йәл, ғүмер буйы ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә кисерҙек. Ҡарт ағас эргә-тирәләге өйҙәргә күҙ йүгертте. ”Имендәр икән, шөкөр. Китәбеҙ, берәм-берәм китәбеҙ, ғүмер үтә”. Тормош тағы йәнләнде. Ҡошсоҡтар сыр-сыу килә. Урам хәрәкәтләнде. Алмағас тәрән уйҙарға сумды. Үҙҙәренең дә, хужаларының да йәш саҡтарын һағынып, күҙ алдына килтерҙе. Хужалар йәш, матурҙар ине уларҙы алып ҡайтып ултыртҡанда. Хәтерендә, Ишмөхәмәт, Мостафа, Мөдәрис, Кираметдин, Шаһыбал, башҡа ағай-энеләр, минең хужам ағастарҙы ҡәҙерләп кенә ултырттылар. Һәр береһенең ғаилә ҡороу, донъя бөтәйтеү маҡсаты, матур йәшәү өсөн атлығып торған мәлдәре. Хужам баҡса рәшәткәһе буйына оҙон эскәмйә эшләп ҡуйҙы. Эргәлә бораулыҡ булғас, ҡатындар, бала-саға иртән көтөү ҡыуғандан һуң, кистәрен дә ошонда ултырырға яратты. Күңелле лә саҡтар бар ине! Күҙ асып йомған ара кеүек үтте лә китте. Хужаларыбыҙ күптән юҡ. Беҙ ҙә ҡартайҙыҡ. Көҙ һайын алмаларыбыҙ бешкән мәлдә Зарифа инәй генә килеп, берәр емешебеҙҙе өҙөп алып, хужалар рухына тип ашап китә. Шулай әле минекен, әле Ишмөхәмәт, Мостафа, Мөдәрис ҡустыларының баҡсаларында туҡталып, оҙаҡ ҡына уйланып тора ағинәй. Беҙҙең һындан уларҙы күргәндәй була микән? "Ағастарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ҡырҡып ҡуймағыҙ", - тип киҫәтә йәштәрҙе. Беҙҙе юҡ итергә кемдең ҡулы барһын! Хужабикәм ауылға ҡайтҡан һайын эргәмә килә, һөйөпяратып тора, уға эйәреп бәләкәс балалар ҙа йомшаҡ ҡына кескәй ҡулдары менән ҡытыршы олономдо иркәләй. Шат тауыштар ишетеүгә сикһеҙ һөйөнәм. Юғиһә, эргәмдәге ҡушылып үҫкән алмағасым һынып юҡҡа сыҡҡас, бик күңелһеҙ ине. Буш төпкә ҡарайым да күҙ йәштәре түгәм. Әле ҡыуанам. Хужабикәм янымдағы йәш алмағасты ҡарап, тәрбиәләп кенә тора. Минең ҡартайғанды күреп борсола, һиҙеп торам. Бирешмәйем, рәхмәт йөҙөнән йыл һайын ап-аҡ сәскәгә күмеләм, һандуғастарҙы ҡунаҡҡа саҡырам. Һайрашһындар, кешеләрҙе шатландырһындар, тимен. “Һин бит үҙең бер тере тарих, һин күрмәгән, һин ишетмәгән хәл-ваҡиға юҡтыр”, - тип ебәрә. Шулай шул. Хәтирәләргә бирелеп, күҙ алдынан үткәрә башлаһаң… Эскәмйәлә төндәрен күберәген йәштәр ултырыр ине. Көндөҙөн күрше-күлән: оло хужабикәм Фәриҙә, күршеләрем Йомабикә, Тәнзилә. Ейәнен ҡултығына ҡыҫтырып ала ла Ғәйникамал инәй, унан Мәрзиә апай килә. Кираметдин, Шаһыбал ағайҙар ҡапҡалары алдында ғына ҡарап күҙәтә быларҙы. Бисәләрҙең кеме йөн иләй, кеме ойоҡ-бейәләй бәйләй, өсөнсөләре ҡарап, тыңлап ҡына ултыра. Хәл-әхүәл, балалар, йорт-ер хаҡында әңгәмәләре. Мин, япраҡтарымды эйә биреп, уларҙы эҫе ҡояш нурҙарынан һаҡлайым. Күңелдәре көр, тыныс. Мал-тыуар ҡараулы - Юлай, Әхмәт ағайҙар малды яҡшы көтә.
Балалар урамда “ҡыҙыл флаг” уйнай. Күңелле. Машина-фәлән килеп сығыу ҡурҡынысы юҡ. Малайҙар сос. Ҡыҙыл флаг әле Иршат, әле Фәнис, әле Шайморат ҡулына күсә. Варис етеҙерәк булып сыға. Баҫтырышалар. Әсәйҙәр уларға күҙ һала-һала үҙ эше, әңгәмәһе менән мәшғүл. “Эремсеккә шау йәшел һуған ҡушып ҡына билмән бөрөп сыҡтым, әйҙәгеҙ, инеп ашап сығығыҙ”,- ти Мәрзиә апай. Унда бер аҙ ултырып сығалар. Унан хужабикәмдең яңы ғына әйләндергән ҡорт балын тәмләйҙәр. Шул арала арҡаһына тоғон йөкмәп Әминә инәй килеп етә. Хужабикәмә шифалы үләндәр йыйып алып килгән икән. "Тенәүгеһе килештеме? Инде ошоларға күмелеп ҡараһаңсы”, - ти. Рәхмәт яуғыры. Әллә ҡайҙан килеп етә бит әле ул. Ҡайһы саҡта Шайморат гармунын алып сыға. Ихласлап бейешәләр, бәпестәрен бейетәләр. Талип ҡурайсының пластинкаһын һалып, тәҙрәне асып ҡуялар ҙа, ҡурай көйөнә лә бейешеп алалар. Аһ, кем шул хәтлем матур йырлай ул? Еңгәләр Зифа килендәре өйө яғына боролоп ҡарай. Заһира моңлана лаһа. Ҡунаҡ күрәбеҙ икән былай булғас. Һай, тауышы! Икенсе Фәридә Ҡудашева, тип тә ебәрәләр үҙен. Хәҙер еңгәләре янына килеп ултырасаҡ. Йыр тауышын ишетеп, Фәрзәнә килен дә эшен ташлап килә һалып етте. Әбйәлил һандуғасы тип йөрөтә үҙен оло хужа. Яңы йыр өйрәнә һалып ҡалайым, тиҙер әле. Күңелле йәшәне, татыу булды ағай-эне, еңгәләр. Хәтирәләргә сумып торған алмағас ҡайтанан урамға ҡараны. Үҙгәрҙе урам, кешеләр ҙә башҡаса. Ҡайҙа уның яратҡан күршеләре? «Ҡыҙыл флаг» та уйнамай баласаға. Һағынып иҫләргә генә ҡалды. Эскәмйә лә юҡ. Унда баҫып алма ботаҡтарын һындыра башлағастары алып ташлағайнылар. Көтөү ҡайтҡанын да көтөп ултырыусы юҡ. Көтөү бөттө. Гармун, ҡурай моңдары һағындыра. Шулай, ололар берәмберәм баҡыйлыҡҡа күсеп бөткәс, баҡсаларында уларҙың төҫө булып һаҡланған алмағастары менән генә сәләмләшергә ҡалды. Беҙ ҙә һирәгәйә барабыҙ. Ана лаһа, ҡаршы йортта ҡарт алмағас ауҙы.
Ҡарт ағас бер аҙ уйҙарынан арынып, йоҡомһорап киткән икән. Машина тауышына һиҫкәнеп китте. Йәш хужабикә туп-тура баҡсаға килеп инде. “Ел-дауылдарға бирешә күрмә бер үк, бынау йәш ағастарҙы үҫтерешергә ярҙам ит", - тип иркәләй башланы. Былай ҙа ҡурсалап ҡына тора.Үҙен дауам итеүселәрҙән ҡарт ағас аслан күҙен алмай. Ағас олонон турайтып баҫты. Ергә шатлыҡ йәштәре ҡойолдо. Бирешмәм, яҙҙарҙы шау сәскәгә күмелеп ҡаршылайһым бар әле, тигәндәй, япраҡтарын елберҙәтте. Тормош дауам итә. Ана бит, йәштәр матурматур өйҙәр һала. Атай-олатайҙары нигеҙендә үҫкән ағастар әллә нисәмә быуынды күҙәтеп, тирә-йүнгә йәм биреп, һаҡлап торор әле.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА.
Читайте нас: