Уның бер ѳлѳшѳн муйынға, ҡолаҡ артына һѳртѳгѳҙ. Ҡалғанына ҡайнар һыу ҡушығыҙ һәм бәләкәй генә йотомдар менән эсегеҙ. Әгәр ҙә бик әсе булһа, шәкәр ѳҫтәргә мѳмкин. С витаминына һәм биологик әүҙем матдәләргә бай. Улар организмға кѳс-ҡеүәт ѳҫтәй, иммунитетты нығыта.
Тағы бер ысул. Термосҡа 1-әр ҡалаҡ гѳлйемеш менән миләш емештәрен һалығыҙ. Литр ярым һыуҙы ҡайнатығыҙ һәм бер аҙ һыуытығыҙ, шунан термосҡа ҡойоғоҙ. Бер сәғәт тѳнәткәс, витаминлы сәй әҙер була. Еңел үҙләштерелгән файҙалы эсемлек хәлегеҙҙе тиҙ яҡшыртыр.