Мобиль телефон кѳнѳ буйы һүнмәй эшләү генә түгел, ә һәр саҡ ҡул аҫтында һәм, ғәҙәттә, башҡа терәлгән хәлдә ҡулланыла. Телефон аша һѳйләшкән саҡта, был аппараттың тѳп нур таратыусы антеннаһы тап баш мейеһе тәңгәленә тура килә һәм был ағзаның айырым ѳлѳштәрендәге температура юғары күтәрелә. Әңгәмәсегеҙ менән оҙағыраҡ гәп һатып ташлаған саҡтарҙа һиҙгәнһегеҙҙер - телефон терәлгән ҡолаҡ япрағы ҡапыл эҫенеп, яна башлағандай тойола. Кәрәҙле телефондарҙың түбән йышлыҡтағы нурланышы баш мейеһенең биоэлектрик әүҙемлегенә йоғонто яһай һәм шуның менән уның эшмәкәрлеген боҙа. Бәғзеләрҙең телефонды будильник сифатында ҡулланып, баш осона һалып йоҡлауы ла, тимәк, насар ғәҙәт. Сѳнки тын хәлдә лә, телефон “йоҡламай”, ә пульсация режимында эшләүен дауам итә.
Электромагнит ҡырҙарҙың тәьҫиренә организмдың нервы, эндокрин, иммун һәм енси системалары айырыуса ныҡ һиҙгер.
Беҙҙең нервы системаһы, мәҫәлән, электромагнит нурланышҡа үтә тиҙ бирешә. Уның йоғонтоһонда юғары нервы системаһының эшмәкәрлеге кѳйһѳҙләнә, хәтер насарая, эшләү һәләте һүлпәнәйә, хатта дѳйѳм йоҡо ваҡыты ла ҡыҫҡара икән. Мобиль телефондарҙы ҡулланыу яман шеш барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын 30%-ҡа арттыра, ә 10 йылдан артыҡ стажы булғандарҙа был хәүеф 80%-ҡа тиклем үҫә.
Мәғлүм булыуынса, ҡатын-ҡыҙҙарҙың енес системаһы ирҙәрҙекенә ҡарағанда электромагнит тәьҫиренә һиҙгерерәк. Әсә ҡарынында үҫешкән яралғы ѳсѳн бындай йоғонто һәләк зарарлы. Электромагнит ҡырҙар эмбриондың нормаль үҫешен тотҡарлап ҡына ҡалмай, хатта тѳрлѳ патологияларға, ваҡытынан алда бала тыуыу осрағына килтереүе ихтимал. Мобиль телефондар менән әүҙем ҡулланған ирҙәрҙең ата енес күҙәнәге эшмәкәрлеге һүлпәнәйә. Сѳнки аппараттан таралған йылылыҡ орлоҡ етештереүгә тәьҫир итә. Шуның ѳсѳн дә телефонды был функция ѳсѳн яуап биргән ағзаларҙан алыҫыраҡ тотоу зарур.
Юғары кѳсѳргәнешле электромагнит ҡырҙар иммунитетты ла юҡҡа сығара. Үҫеш юлындағы эмбрионда пәйҙә булған аутоиммун реакцияһы айырыуса хәүефле һанала.
Электромагнит ҡырҙар тәьҫиренә оҙайлы ваҡыт дусар ителгән организм радиотулҡын ауырыуына тарыуы ихтимал: нервы һәм йѳрәк-ҡан тамырҙары системаларының функциональ торошо үҙгәрә, йәғни хәлһеҙлек, ҡуҙғыусанлыҡ, тиҙ арыу, хәтерҙең, йоҡоноң насарайыуы күҙәтелә. Йыш ҡына был билдәләргә нервы системаһының вегетатив эшмәкәрлегенең боҙолоуы ла ѳҫтәлә. Йѳрәк-ҡан тамырҙары системаһы яғынан гипотония, йѳрәк тәңгәлендә ауыртыуҙар, пульстың тигеҙһеҙ тибеше маҙаһыҙлай башлай. 1-3 йылдан һуң бәғзе берәүҙәрҙәрҙә эске кѳсѳргәнешлек, тынғыһыҙлыҡ кеүек сифаттар пәйҙә була. Бер нисә йыл рәттән даими рәүештә нурланыш аҫтында йѳрѳгән кешеләр психик ауырыуҙарға һабышыуы мѳмкин. Бындай сирҙәргә аҡыл хеҙмәте менән шѳғѳлләнгәндәр, телефон менән әүҙем ҡулланған 30 йәшкә тиклемге йәштәр йышыраҡ тарый. Хәҙерге ваҡытта Кѳнбайыш илдәрҙә кәрәҙле телефонға психологик “эҫенеү”гә бәйле ауырыуҙарҙы дауалау ҙа практикала ҡулланыла. “Мобиль наркомандар” сәғәттәр буйы телефондан һѳйләшеү, бер ыңғай йѳҙәрләгән SMS-хәбәр ебәреү кеүек ғәҙәттәрҙән үҙ аллы ҡотола алмауын танып, был сирҙән ярҙам итә алырлыҡ белгестәргә мѳрәжәғәт ҡыла икән.
Һуңғы йылдарҙа Интернет таратыусы Wi-Fi роутерҙарҙың йоғонтоһо ла күптәрҙе борсой. Медицина хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, уның зыяны, тәү сиратта, йәш организмға, баш мейеһенә һәм ирҙәрҙең енес системаһына йоғонто яһай. Шулай ҙа, йорттағы ҡайһы бер техникаға ҡарағанда, Wi-Fi роутер таратҡан нурланыш күпкә түбәнерәк, мәҫәлән, микротулҡынлы мейестә электромагнит ҡырҙар 100 тапҡырға кѳслѳрәк булһа, 20 ноутбук һәм 2 роутерҙан сыҡҡан сигнал 1 мобиль телефон барлыҡҡа килтергән нурланышҡа торошло икән.
Мобиль телефондарҙың кеше организмына тәьҫирен ҡомаҡтарға тәжрибәләр аша өйрәнгән АҠШ-тың Лунд университеты профессоры Лэйф Сэлфорд: “Мейене ихтияри рәүештә мобиль телефондан таралған микротулҡындар менән нурландырыу - кеше өҫтөнән уҙғарылған иң ҙур биологик һынау”, тигәйне шәхси тикшеренеүҙәренә нигеҙләнеп. Тимәк, нисек кенә тупаҫ яңғырамаһын, кешелек тә лабораторияларҙа тәжрибәгә тотолған хайуан хәлендә. Әлбиттә, заман ихтыяжына әйләнгән был электрон ҡоролманан бѳтѳнләй ваз кисеү мѳмкин дә түгел, шулай ҙа ябай ғына һаҡланыу саралары оло бәләләрҙән йолор, моғайын.
Мәғлүмәт Интернет селтәрҙәренән.