Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Декабрь 2019, 22:05

Һуған менән һарымһаҡ - ете сирҙән дауа

Йәрәхәттәрҙе дауалау ѳсѳн 1:50 нисбәтендә алынған ыуылған һарымһаҡ йә һуғанды 0,85 процентлы аш тоҙо эретмәһе менән ҡушып болғатырға һәм ҡулланырға була.

Әҙер ҡатнашманы салфеткаға яҡшы һеңерлек итеп һалалар һәм яраға бәйләйҙәр. Ашҡаҙанды һәм эсәктәрҙе дауалау ѳсѳн һуған тѳнәтмәһе яһайҙар. 2 л ҡайнаған һыуға 200 г ыуылған һуған һалып болғаталар. Һуған тѳнәтмәһенең һәр ваҡыт яңыһын әҙерләү яҡшы. Эсәк эшмәкәрлеге боҙолған ваҡытта һуған ҡабығынан яһалған тѳнәтмә ҡулланырға мѳмкин. Уны 150-300 мл күләмендә бер сәғәт арауыҡ менән 4 тапҡыр эсәләр. Киҙеү менән ауырығанда ҡабығынан таҙартылған һарымһаҡты ҡырғыста ҡыралар, 1:1 нисбәтендә бал менән (йүкә балы яҡшыраҡ) бергә бутайҙар һәм йоҡлар алдынан бер аш ҡалағы миҡдарында ашап, йылы һыу эсәләр. Дауалау курсы - ѳс-биш кѳн. Ҡатнашманы ҡулланыр алдынан ғына әҙерләйҙәр. ВИТАМИНЛЫ СӘЙ Был тәмле сәйҙе яҙғыһын, организм витаминға ҡытлыҡ кисергәндә эсеү файҙалы. Киптерелгән миләш еләге (7 ѳлѳш) һәм кипкән кесерткән япрағы (3 ѳлѳш) алына. Шул ваҡланған массаға 2 стакан ҡайнап торған һыу ҡойоп, 4 сәғәт тотоп, һѳҙѳргә. Уны кѳнѳнә 3-4 тапҡыр 20 минут ашар алдынан эсергә. Был сәйҙә С, К, Р витаминдары, каротин, галл һәм ҡырмыҫҡа кислотаһы, хлорофилл һ.б. файҙалы матдәләр бар.
Читайте нас: