Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2019, 18:05

Хөрмә

Хөрмәлә бета-каротин күп. Ул хѳрмәгә ҡыҙғылт һары тѳҫ биреп кенә ҡалмай, күҙҙәр ѳсѳн дә бик файҙалы, ҡартайыуын тотҡарлай.

Әгәр кѳндәлек рационығыҙҙа хѳрмә булһа, пневмания һәм бронхит ҡурҡыныс түгел. Тәмәке тартҡандарға кѳн дә ашау мотлаҡ. Хѳрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәренең булыуы йѳрәк, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген кѳйләй. Ҡан тамырҙары насар, ҡан баҫымы юғары булыуҙан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар ѳсѳн бик мѳһим аҙыҡ. Янған һәм ҡырҡылған урындарға хѳрмә иҙмәһен ҡаплаһаң, яралар тиҙ уңала. Бик яҡшы бәүел ҡыуҙырыусы булараҡ, бѳйѳрҙәргә яҡшы тәьҫир итә. Әгәр 3-4 хѳрмә емешен ашап, артынан ҡайнар һѳт эсһәң, һѳҙѳмтә тиҙ үк күренер. Хѳрмәләге магний бѳйѳрҙәге тоҙҙарҙы сығара һәм уның эшмәкәрлеген яҡшырта. Ундағы тимер, микроэлементтар ярҙамында анемияны бѳтѳрѳргә мѳмкин. Хѳрмә А һәм С витаминдарына бай. Шуға ла һыуыҡ үткәндә, грипп менән ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда 1 хѳрмә һутына 1 рюмка йылы һыу һалып, бер нисә кѳн эсегеҙ, тамаҡ сайҡағыҙ һәм тиҙ һауығырһығыҙ. Депрессия ваҡытында кѳн дә кис хѳрмә ашағыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фруктоза нервыларҙы яйлай, йоҡоно кѳйләй, күңелһеҙлектәрҙе этәреп, йәшәүгә дәрт бирә. Хѳрмә ҡалдыҡтарын ташларға ашыҡмағыҙ. Һытҡылы, эре күҙәнәкле бит тиреһе ѳсѳн хѳрмә иҙмәһенә 1 йомортҡа һарыһын ҡушып, яҡшылап болғатҡас, биткә һылап, 20 минут тоторға. Һуңынан йыуығыҙ. Һытҡылар кәмей, бит тиреһе тартыла.
Читайте нас: