Ҡайһыларын дауа ѳсѳн дә файҙаланалар. Шуларҙың береһе - ҡорот. Ҡоротто һыуыҡ тейгәндә тирләү ѳсѳн иҙеп эскәндәр. Ашҡаҙан ауыртҡанда, күңел болғанғанда, аппетит булмағанда ла ошо ризыҡ ярҙамға килгән. Йѳрәк йыш ҡаҡһа, кеше тиҙ ҡабыныусан булһа, халыҡ табиптары ҡорот ашарға кәңәш биргән. Башҡорттар итле ашҡа, майлы һурпаға ҡорот һалып эсә, сѳнки ул ашаған ризыҡты тиҙ эшкәртергә ярҙам итә, ашҡаҙан-эсәк юлдарын таҙарта. Ул аҡһымға, ферменттарға, микроэлементтарға, витаминдарға бай. Йомғаҡ һымаҡ киптерелгән ҡорот, һауа температураһы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, бер нисә йыл буйы боҙолмай, файҙалы сифаттарын да юғалтмай.