Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабрь 2019, 16:05

Аҡ металл Сысҡан йылы килә

Аҡ металл Сысҡан 2020 йылдың 25 ғинуарынан үҙ тәхетен биләйәсәк. Яңы йылды ҡаршылағанда Ҡабан сусҡаһын да онотмағыҙ. Уны маҡтап-хуплап, рәхмәттәр әйтегеҙ. Юҡһа, 12 йылдан һуң йәнә әйләнеп килгәнендә үҙегеҙгә асыу тотор.

2020 - кәбисә йылы ла. Аҡ Сысҡан йылы айырыуса үҙенсәлекле: тап ул астрологик 12 йыллыҡ циклды асып ебәрә. Ошо йылдан киләсәк йылдарға нигеҙ һалынасаҡ. Ни сәсһәң, шуны урырһың, тигән һымаҡ, килер йылдарға беҙ иң яҡшы орлоҡтар - саф, эскерһеҙ мөхәббәт, намыҫ, тоғролоҡ, һаҡсыллыҡ, сәләмәтлек тигән орлоҡтарҙы “ергә” һалып ҡалырға кәрәклеген иҫтән сығармайыҡ. Ошо сифаттар оҙаҡ йылдар яҡшы “емешен” бирәсәк, әгәр насар орлоҡ төшһә, яҡшылыҡты онотторасаҡ.
Йыл стихияһы - металл (тимер).Шулай булғас, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, тәүәккәллек өҫтөнлөк итәсәк. Ныҡлап уйламай, дыуамал ҡылынған эш-хәлдәрҙе өнәмәҫ Сысҡан. Ул уйлап, һаҡсыл эш ҡыла. Ике йөҙлөлөктө яратмай. Тоғро, саф күңеллеләргә ярҙамға килер. Ҡыйыу, асыҡ күңелле, эскерһеҙ, хәйләһеҙ икәнһегеҙ - был һеҙҙең йыл. Астрологтар шулай ти. Сысҡан һәр яҡлап та ярҙам итер. Иҫәп-хисап, муллыҡ яратҡан бәләкәй генә йәнлек һеҙҙең кеҫәгеҙҙе лә ҡалынайтырға әҙер.
Боронғо “Ун ике йыллыҡ хайуандар фалнамәһе”ндә йыл тураһында ошолай яҙылған: “Сысҡан йылында изгелек булыр. Боҙоуҙар йыш булыр. Боҙоуҙарға әҙәмдәр шифа табыр.Ямғыр күп яуыр. Көҙ иген мул, осһоҙ булыр. Сысҡан игендәргә зыян яһар. Тағын яҡшы емештәр күп булыр. Ул йыл ҡыҙ тыуһа, зирәк, аҡыллы булыр”.
Сысҡан йылында тыуғандар баҫҡан ерендә ут сәсрәтер, тормошта ҡайнап йәшәйҙәр. Бик талантлы, көндәр буйы баш баҫып эшләп ултырырға һәләтле, көләкәс, һөйкөмлө. Тиҙ эшләргә, кәйеф-сафа ҡорорға яраталар. Фантазерҙар, ҡайһы саҡ агрессив та булып, тештәрен сығарып та алыуҙары ихтимал. Ҡомаҡтың үткер тешенә эләгеүҙән һаҡланығыҙ. Ҡулдарынан килмәгән эш юҡ, тигәндәй. Нимәгә тотонһалар ҙа матур, теүәл үтәргә тырышалар. Үҙҙәрен маҡтап та ебәрһәң, бигерәк иреп китерҙәр. Ҡыҫҡаһы, Сысҡандар күҙ өҫтөндәге ҡаш булыуҙы өнәй.

Иң мөһиме - йортоғоҙ көмөштәйялтырап торһон

Йыл хужабикәһе асыҡ, көмөш тондарҙы ярата. Өйөгөҙҙө башлыса аҡ декорҙар менән биҙәгеҙ, сағыу төҫтәр булмаһын. Башҡа халыҡ һымаҡ, Яңы йыл алдынан “балҡығыҙ,
өйөмә бәхет-шатлыҡ килтерегеҙ”, тип ике көмөш төҫтәге май шәм тоҡандырып та ебәрһәгеҙ, бигерәк шәп булыр. Шыршығыҙҙа ла күпселеге аҡ, көмөш төҫтәрҙәге уйынсыҡтар, гирляндалар, сысҡан һындары төп урынды алһын.Стенағыҙҙы сысҡан шыршы һүрәттәре менән биҙәһәгеҙ була.

Ниндәй төҫ уңыш килтерер?

Әлбиттә, “сысҡан” төҫлөләре. Сөм ҡаранан алып, металл, төтөн һымаҡ күкһел, ынйы төҫтәргә тиклем. Сысҡан нәзәкәтле һәм элегант йәнлек. Кейемдә әҙәпһеҙлекте яратмай. Был кәүҙәгеҙ бөтә яҡтан да ҡапланған булһын тигәнде аңлатмай, әммә түшегеҙ (декольте) ныҡ асыҡ булмаһын. Аҡ, ҡара төҫтәргә көмөш һырғалар, беләҙек, муйынсаҡтар, брошкалар, запанкалар, ошондай ялтырауыҡ паеткалар, стразалар, бахрамалар уңыш теләп торор. Аҡ төҫтөң төрлө тондары ла матур күренер. Коктейль күлдәктәр, оҙон, ҡыҫҡа күлдәктәр, мул тегелгән итәктәр, ир-егеттәргә ҡара, һоро, аҡ костюмдар, галстук, запанкалар - ҡыҫҡаһы, үҙегеҙҙең фантазияға, аҡсағыҙға ҡарап кейенегеҙ. Һәр кемгә лә йыл һайын яңы кейем һатып алырға тимәгән бит. Булғандарына йыл символы төҫтәрен индереп, биҙәүестәр тағып ебәреү ҙә еткәндер. Нисек кенә булмаһын, һеҙгә уңайлы, матур, килешле булһын.

Байрам өҫтәле

Яңы йыл төнөнөң тылсымлы ризығы - сыр һәм ярмалар. Уларҙың бер нисә төрөн ҡуйырға тырышығыҙ. Улар һаҡсыллыҡ һәм муллыҡ символдары. Әгәр дөгө, ҡарабойҙай ризығы бешергегеҙ килмәһә, һис юғында уларҙы тәрилкәгә һалып өҫтәлгә ҡуйығыҙ.Өҫтөнә сыр ҙа һалып, “сысҡанға ризыҡ, беҙҙең теләктәр ҡабул булһын”, тип әйтергә онотмағыҙ. Йыл буйы майҙа, сырҙа йөҙгөгөҙ килһә, төрлө сорттарын алығыҙ. Сырҙан бәләкәй генә шыршы эшләп тә ҡуйһағыҙ, айырыуса оторһоғоҙ. Канапэ, традицион турамалар - үҙегеҙҙең фантазияға ҡарап. Креветка, краб таяҡсалары, сыр, сәтләүектәр ҡушылған салаттар әҙерләгеҙ. Әлбиттә, өйҙән мандарин, ҡыяр еҫтәре аңҡыһын. Ныҡ майлы ит, балыҡ, үтә аңҡыған тәмләткестәр кәрәкмәҫ, әсе соус та ҡуймағыҙ, сысҡанды ҡасырыр. Артыҡ тауышланыуҙы ла хупламаҫ.

Уңайлы, кәрәкле генә бүләктәр бирегеҙ

Аҡ Сысҡан бик һаҡсыл. Ҡиммәтле, шаҡ ҡатырғыс әйберҙәр кәрәкмәҫ. Бына төрлө шоколад, сәтләүектәр, үҙенең һындарын бүләк иткәнде хуш күрер. Тормошта иң кәрәклеләрен генә һайлағыҙ, шаҡы-шоҡоларҙы алмағыҙ.

Читайте нас: