Буғалар Яңы йылда аҡ башлыҡ кейһә, йыл буйы насарлыҡтарҙан азат булырҙар.
Игеҙәктәр йыл буйы өҫтәлендә һалдат һыны ултыртып ҡуйһын.
Ҡыҫалалар йыл буйы көмөш тирәсле көҙгө йөрөтһөн. Уға ҡарап, көлөп-йылмайып алырға кәрәк.
Арыҫландар Яңы йыл өҫтәленән үҙе яратҡан кәнфит алып, уны йыл буйы йәшертеп һаҡлаһын. Тормошо бик тә "тәмле" булыр.
Ҡыҙҙар яңы сумка һатып алһын. Яңы йыл төнөндә теләктәр яҙып, сумкаһы кеҫәһендә һаҡлаһындар.
Үлсәүҙәргә Яңы йыл төнөндә кем иң беренсе шылтырата, ауыр минуттарҙа уға ошо номерға шылтыратып алыу ярҙам итер. Бер-ике ауыҙ яҡшы һүҙ ҙә ярҙам итер.
Саяндар Яңы йыл алдынан китап кәштәһенән берәй китапты алығыҙ. Моғайын да, ул һеҙгә тура юл күрһәтер.
Уҡсылар ялтыр шкатулка һатып алып, Яңы йыл төнөндә уға теләктәрегеҙҙе шыбырҙап әйтеп, ябып ҡу-йығыҙ. Хыялығыҙ тормошҡа ашһын тиһәгеҙ, йыл буйы асмағыҙ. Хоҙай үҙе генә ишетә бит, ярҙам итер.
Ылаҡтар яңы бейәләй һатып алып, Яңы йыл төнөнән башлап кейһен. Һеҙҙе һаҡлап йөрөтөр.
Һыуғоярҙар куранттар һуҡҡан мәлдә теләктәрен әйтеп, май шәм тоҡандырһын. Уңыштарҙы өркөтмәҫ өсөн май шәм ҡалдығын йыйып алып йәшерен ерҙә һаҡлаһын.
Балыҡтар үҙенсәлекле тирәсле күҙлек алып (күҙегеҙ һәйбәт күрһә лә), шуны Яңы йыл төнөндә кейһен. Улар уңышты шәйләргә ярҙам итер.