Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Декабрь 2019, 22:00

Балан

1) Был тынысландырыусы сара булараҡ, хроник ауырыу, нервылар ҡуҙғыған ваҡытта ҡулланыла:

10 г балан ҡайырына 5 г мелисса япраҡтары ҡушып, 1 стакан ҡайнар һыу ѳҫтәргә. Талғын утта 20-30 минут ҡайнатып, ярты сәғәт тѳнәтергә. Кѳнѳнә 3-4 тапҡыр, ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡ эсергә. 7 кѳн дауаланғас, ял итеп алырға һәм дауаны ҡабатларға.
2) 2 ҡалаҡ балан, 2 балғалаҡ бәхтә (вахта) үләне япрағы, 2 балғалаҡ бѳтнѳк япраҡтары, 3 япраҡ айыу ҡурайы тамыры, 1 балғалаҡ бесәй үләнен (валериана) ҡушып болғатырға. Үлән ҡатнашмаһына 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға. 1 сәғәт тѳнәтергә, һѳҙѳргә. Кѳнѳнә 3 тапҡыр берәр стакан эсергә. Йыш танау ҡанағанда 1 ҡалаҡ балан ҡайырына ярты стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут ҡайнатырға. 10 минут тѳнәткәс, йылы кѳйѳнсә һѳҙѳргә. Мамыҡты ошо тѳнәтмәгә манып, танау ҡыуышлығына ҡуялар. Һалҡын тейгәндә балан тѳнәтмәһенә һырғанаҡ майы һәм бал ҡушып ҡулланырға кәрәк. 2 ҡалаҡ балан ҡайыры, 1-2 балғалаҡ бал, 5-10 тамсы һырғанаҡ майы. Балан ҡайырына 2 стакан һыу ҡойорға, 10 минут ҡайнатырға. Уттан алып, бер аҙ тѳнәтергә. Һырғанаҡ майы менән бал ѳҫтәргә. Кѳнѳнә 2-3 тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә. Иммунитетты нығытыу ѳсѳн 100 г балан емеше, 200 г алоэ япрағы, 1 лимон, 200 г әстерхан сәтләүеген ит турағыс аша үткәреп, 100 г аҡ май, 200 г бал ѳҫтәргә. Кѳнѳнә ѳс тапҡыр, ашағандан һуң 2 балғалаҡ ҡабул итергә.
Читайте нас: