Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 16:00

Гипертониянан һаҡлан

Һәр хроник ауырыу кеүек үк, ҡан баҫымының күтәрелеүен, дауалауға ҡарағанда, иҫкәртеү хәйерлерәк. Шуның өсөн нәҫелдә гипертония сире менән яфаланыусылар булғанда, артериаль баҫым юғары сиккә еткәндә (айырыуса үҫмерҙәр һәм йәштәр) алдан уҡ профилактик саралар күреү фарыз.

Профилактика өсөн нимә эшләргә?

Беренсенән, һәр кемгә ғаилә ағзалары һәм яҡын туғандар араһында гипертония сире менән ауырыу осрағы тураһында хәбәрҙар булыу зарур. Был мәғлүмәттәр кеше хәүеф төркөмөнә инәме-юҡмы икәнен билдәләү өсөн кәрәк. Әгәр ҡатын кеше был ауырыуға дусар икән, тимәк, уның балалары ла хәүеф төркөмөндә, сөнки гипертония күбеһенсә әсәй яғынан тапшырыла. Бындай балаларҙың сәләмәтлеген иртә йәштән үк ҡайғыртыу мөһим.

Икенсенән, хәүеф факторҙары булған кешегә үҙенең йәшәү рәүешен ҡайтанан ҡарап сығыу, үҙгәрештәр индереү ҡамасау итмәҫ. Йүгереү, атлау, йөҙөнөү, саңғыла йөрөү ише спорт төрҙәре нервы системаһын ғына көйләп ҡалмай, йөрәк мускулын да нығыта.

Дөрөҫ туҡланыу

Әйтергә кәрәк, дөрөҫ туҡланыу менән модалы диеталар араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ. Сәләмәтлеген ҡайғыртҡандарҙың рационында йәшелсә-емеш, ярмалар, ябыҡ ит, балыҡ булырға тейеш. Аш тоҙоноң зарарын бөтәһе лә яҡшы белә. Ул, айырыуса, ҡан баҫымы күтәрелеү менән ыҙалаусылар өсөн, ысын мәғәнәһендә, “аҡ үлем”. Ошо сәбәпле, артыҡ тоҙло аш-һыуҙан тыйылыу, бигерәк тә, балаларҙы аҙ тоҙло тәғәмгә өйрәтеү мөһим.

Иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу ҙа яҡшыға алып бармай. Мәҫәлән, күптәр яратып эскән һыраны тоҙло ҡабымлыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Тоҙло аҙыҡ менән организмға эләккән артыҡ шыйыҡсаны бөйөрҙәр тейешенсә эшкәртмәй, был иһә гипертония сирен ҡырҡыулаштырған шешенеүгә, һимереүгә килтерәсәк.

Тәмәке тартыуҙың зарары тураһында күп һөйләйҙәр, әммә был мәғлүмәт төтәтеүселәр өсөн бар ни ҙә, юҡ ни. Никотиндың үпкәгә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына яман тәьҫирен иҫәпкә алып, кардиолог кәңәше менән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән ташлау хәйерлерәк.

Дөрөҫ диета һайлау - йөмлә дауалауҙың да төп нигеҙе. Эндокрин биҙҙәре сире менән бәйле булмаған йыуанайыуҙа матдәләр, майҙар алмашыныуын көйләү өсөн диетаға бер аҙ төҙәтмәләр индереү ҙә етә. Ул хатта гиперлипидемияның (ҡанда холестериндың юғары кимәле) нәҫелдән килгән формалары өсөн дә файҙалы.

Психологик уңайлыҡ

Гипертонияны профилактикалау йәһәтенән кешенең психологик торошо ла мөһим роль уйнай. Йыш ҡына нервы ҡаҡшау ауырыуҙы ҡуҙғытып ебәреүсе төп фактор булып тора. Шуның өсөн ғаиләлә һәм эштә хөкөм һөргән яҡшы мөхит - гипертоник ауырыуҙы профилактикалау өсөн иң шәп сара. Ә инде һәр ваҡыт көсөргәнеш, төшөнкөлөк солғанышында йәшәгәндә, хатта сәләмәттәр ҙә был алама сиргә дусар буласаҡ.

Ошонан сығып, бәхетле, күтәренке кәйефле кешеләр гипертония менән һирәк ауырый тигән һығымта эшләргә мөмкин. Дөйөм алғанда, сәләмәтлектең төп нигеҙе - дөрөҫ йәшәү рәүеше, әйләнә-тирәләге тыныслыҡ, даими рәүештә медицина тикшерелеүе үтеү ул.

Гөлнара СӘҒӘҘИЕВА,

I терапия бүлеге мөдире.

Читайте нас: