Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 13:05

Кәйефте нисек күтәрергә?

Бѳгѳнгѳ тынғыһыҙ ваҡытта кеше психикаһы кѳслѳ тәьҫиргә дусар ителә, шул сәбәпле нормаль психологик тигеҙләнеште юғалтыу ҡурҡынысы бик ҙур. Күңел тѳшѳнкѳлѳгѳнә бирелмәҫ ѳсѳн белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу артыҡ булмаҫ. Улар һеҙгә стресс менән кѳрәшеүҙә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.

Кәйефегеҙ насармы? Ниәтләгән эштәрегеҙ һеҙ уйлағанса бармаған кеүек күренә, ә ҡайһы берҙә, сәбәпһеҙҙән, күңелегеҙ тула, илағы килә. Таныш хәлме? Әгәр шулай икән, түбәндәге күнегеүҙе эшләп ҡарағыҙ. Уңайлы итеп ултырып, хәл йыйыр ѳсѳн тыныс урын табығыҙ. Күҙегеҙҙе йомоп, уны асмай ғына ҡарашығыҙҙы ѳҫкә күтәрегеҙ. Башта күҙ ҡабағының, һуңынан биттең, ә аҙаҡтан бѳтә тәндең ауырайыуын һәм йомшарыуын күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Артабан шатлыҡ, тыныслыҡ һәм уңайлыҡ тойғоһо тыуҙырыусы берәй күңелле хәлде иҫегеҙгә тѳшѳрѳргә тырышығыҙ. Фекерегеҙҙе күңелле иҫтәлектәргә һәм улар тыуҙырған ваҡытҡа йүнәлтегеҙ. Әле генә ирешкән торошто юғалтмаҫҡа тырышып, һаҡ ҡына тәнегеҙҙе тойоғоҙ, ҡул һәм аяҡ бармаҡтарығыҙҙы ҡыбырлатығыҙ. Ашыҡмай ғына күҙҙегеҙҙе асығыҙ. Был шатлыҡлы тынлыҡ һәм бәхет тойғоһон нисек тә оҙағыраҡ һаҡларға тырышығыҙ. Күнегеүҙе кѳн һайын ҡабатлаһағыҙ, һеҙ яйлап кәйефегеҙҙең хужаһы була алырһығыҙ.
КӘЙЕФ ЯҠШЫРТЫУҘЫҢ ЕТЕ ЫСУЛЫ
1 Бер аҙ туҡтап тороғоҙ һәм эште үтеп барған ваҡиғаларға тѳшѳнѳүҙән башлағыҙ. Үҙегеҙгә һорау бирегеҙ: ысынлап та, һеҙҙең тормошоғоҙ шулаймы, һеҙ уны нисек күрергә теләр инегеҙ? Психологтар ваҡытываҡыты менән уйҙарҙы, маҡсаттарҙы, теләктәрҙе тәртипкә килтерергә кәрәк, тип кәңәш бирә. Үҙегеҙҙең күңел йортоғоҙҙағы бѳтә әйберҙе кәштәләргә таратып һалығыҙ, кәрәкмәгәнен ташлағыҙ, бүлмәләрҙе йыйыштырығыҙ һәм яҡшылап елләтегеҙ.
2 Һис булмаһа, үҙегеҙ нимә теләйһегеҙ, шуны һатып алығыҙ. Ҡайһы берҙә ябай ғына открытка йәки матур фильм ҡарау ҙа етә. Сәскә атҡан баҡса фонында тѳшкән фотоғыҙҙы эшләтеп, рамға ҡуйығыҙ. Һеҙҙе күңелле әйберҙәр генә уратып алыуын теләгеҙ.
3 Үҙегеҙгә яҡшылап ял итергә рѳхсәт бирегеҙ. Иркәләнеп алырға ла мѳмкин. Яратҡан аҙығығыҙҙы әҙерләгеҙ, эфир майҙары менән мунса инегеҙ, бүлмәлә хуш еҫле шәмдәр ҡабыҙығыҙ һәм күңелле музыка ебәрегеҙ. Оҙаҡ ҡына саф һауала йѳрѳү ҙә ярҙам итә. Ҡарағай урманының хуш еҫе менән ләззәтләнегеҙ. Сәстәрегеҙҙә - елдең шым ғына тын алыуын, ауыҙығыҙҙа - алма тәмен, әйләнә-тирәлә тормошто тойоғоҙ.
4 Рационығыҙҙы тәртипкә килтерегеҙ. Белгестәр яҡынса һәр дүрт сәғәт һайын әҙ-әҙләп ашарға кәңәш итә. Бында һеҙгә углеводтар (дѳгѳ, ҡарабойҙай, һоло бутҡаһы, фасоль, борсаҡ, емеш-еләк, һѳт һ.б) ярҙам итер. Углеводҡа бай аҙыҡ күп миҡдарҙа серотонин бүлеп сығарыуға һәм кәйефте күтәреүгә булышлыҡ итә.
5 Нисек кенә ҡыйын булмаһын, ғәфү итергә һәм оноторға ѳйрәнегеҙ. Шулай итеп, һеҙ үҙегеҙҙе емереүсе асыуланыу һәм үс алыу тойғоһонан ҡотолорһоғоҙ. Ғәфү итеү менән үҙегеҙҙе еңеләйтегеҙ, үткәндәрҙе онотоғоҙ һәм алға атлағыҙ.
6 Физик күнегеүҙәр тураһында онотмағыҙ. Мәҫәлән, бейеү менән шѳғѳлләнегеҙ йәки һыу инегеҙ. Һыу тәнгә ял бирә һәм йомшарырға ярҙам итә, тонус һәм кәйефте күтәрә. Йорт эштәре менән шѳғѳлләнегеҙ, магазинға барып килегеҙ. Әүҙем булығыҙ!
7 Тормошҡа еңел ҡарағыҙ. Ҡайһы берҙә эште үҙ яйына ҡуйығыҙ, бѳтәһен дә контролдә тотоуҙан туҡтағыҙ. Бер кѳн менән генә йәшәп ҡарағыҙ. Реалист булырға тырышығыҙ, уңышһыҙлыҡтарға артыҡ әһәмиәт бирмәгеҙ. Тормошта булған хәлдәргә объектив ҡарарға ѳйрәнегеҙ.
Читайте нас: