Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 17:00

Йүкә сәскәһе

Йүкә сәскәһен эҫе кѳндәрҙә яңы Ай тыуған ваҡытта, күпселек сәскәләре асылғандан һуң йыйыу яҡшы.

Ямғырҙан һуң йыйһаң, файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта. Уны еләҫ, күләгә урында киптереү мѳһим. Йүкә сәскәһе тѳнәтмәһе нервы системаһын тынысландыра, организмда бәүел һәм үт, тир бүленеүен кѳсәйтә, температураны тѳшѳрә, ауыртыныуҙы баҫа, тамаҡты йомшарта, микробтарға ҡаршы тороу һәләтенә эйә. Шулай уҡ спазмдарҙы бѳтѳрә, ҡан баҫымын тѳшѳрә. Һалҡын тейгәндә, гриптан, киҫкен бронхиттан дауаланыу ѳсѳн дә ҡулланалар. Тамаҡ шешкәндә, ангина ваҡытында, тоҙ, прополис шыйыҡсалары менән сиратлап, тамаҡты, ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатыу файҙалы. Ревматизм, тәнде бешергәндә, тѳрлѳ шештәр яфалағанда һѳҙѳлмәгән тѳнәтмәне йылы килеш эсәләр.
- Йүкәнең ваҡланған бѳрѳләрен һәм япраҡтарын тән йәрәхәте алғандан һуң ул шешмәһен, ауыртыныуҙы баҫыр ѳсѳн һәм тән бешкәндә, шешкәндә ҡулланалар.
- Йүкә орлоғонан эшләнгән тѳнәтмә танау ҡанағанда ярҙам итә.
- Тән бешкәндә, ревматизм, подагра ваҡытында йүкә ҡабығын ҡайнатып ҡулланыу файҙалы.
- Йүкә сәскәһе тѳнәтмәһе менән йыуһағыҙ, сәсегеҙ ҡойолмаҫ.
- Япраҡтарын ваҡлап, асыҡ йәрәхәткә, шешкә һипһәң, ҡан ағыуҙан туҡтар.
- Экземанан йүкә дегете ярҙам итә. Йүкә япрағын марляға урап, ҡайнар һыуға тығырға ла, һыуытып, ревматизмдан йонсоғандарға быуындарына, шулай уҡ геморройға ябырға мѳмкин.
- Баш ауыртҡанда йүкә япраҡтарын урарға мѳмкин. Уларҙы 10-15 минут һайын алмаштырырға.
Читайте нас: