Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Декабрь 2019, 08:03

Афарин, Ғаян!

Рысыҡай ауылында йәшәгән Шайморатовтар ғаиләһе Тверь өлкәһенең хәрби часынан улдары Ғаяндың хәрби бурысын ѳлгѳлѳ үтәүе тураһында хәбәр алып, оло шатлыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.

"Хөрмәтле Гөлбикә Дәүләтбай ҡыҙы!
Улығыҙ ефрейтор Шайморатов Ғаян Ғаяз улы хеҙмәт осоронда үҙен тик ыңғай яҡтан - намыҫлы һәм тәртипле итеп күрһәтте. Ғаян хәрби бурысын уңышлы башҡара, уставты яҡшы белә, һәр саҡ хәрби әҙерлектә, подразделение һәм часть тормошонда актив ҡатнаша.
Ҡыҫҡа ғына ваҡытта хеҙмәттәштәре алдында абруй, командирҙар араһында хөрмәт яулап өлгөрҙө. Улығыҙҙы әҙәпле, тоғро, эшһөйәр һәм яуаплы итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн батальон командованиеһы Һеҙгә рәхмәт белдерә. Улығыҙ менән ғорурланырға хаҡлыһығыҙ.
Часть командованиеһы Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләй", - тип яҙған 3-сө радиотехник батальон командиры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, майор М. Батин.
Ғаян ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Зирәк, тыйнаҡ, ярҙамсыл, егәрле булып үҫте. Яҡшы уҡыны, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәне. Уҡыуын Өфө архитектура колледжында дауам итте.
Хәрби хеҙмәттән һуң да Ғаян Ғаяз улы беҙҙең ғорурлығыбыҙ булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.

Читайте нас: