Хайуандың моронона һуҡма, уны ғазаплама. Эткә һалған ашты кире алып китмә, сѳнки уның фәрештәләре һине ҡарғап ҡалыр. Сыпсыҡты бер сәбәпһеҙ үлтермә, сѳнки былай итһәң, Ҡиәмәт кѳнѳндә ни ѳсѳн үлтерҙең тип һорарҙар. Һис бер нәмәне ут менән ғазаплама, сѳнки ут менән уттың хужаһы Аллаһы Тәғәлә генә ғазаплар.
Ҡырмыҫҡаны, умарта ҡортон һәм хәшәрәттәрҙе үлтермәгеҙ. Йыланды үлтерһәгеҙ, уның үс алыуынан ҡурҡмағыҙ, сѳнки былай ҡурҡыу ғәйрәтһеҙлектән булыр. Хәҙистә килә: “Йыланды үлтерһәгеҙ ҙә, ағына теймәгеҙ, ундай йылан кѳмѳштән яһалған ҡамсыға оҡшаған булыр”.
Һис бер нәмәне лә аяҡ менән тапама. Сѳнки Ҡиәмәт кѳнѳндә был ҡылығың ѳсѳн һорау алырҙар. Аттың маңлай сәсен, ялын һәм ҡойроғон ҡырҡма, былай итеү уның яратылған һүрәтен үҙгәртеү булыр.
Хайуандарҙың һис береһенә ләғнәт итмә, кәмселектәренән кѳлмә, хурлама. Сѳнки бер нәмәне ғәйеп итеүсе, әйтерһең дә, Аллаһы Тәғәләнең мәхлүген, яратҡан нәмәһен ғәйеп итеүсе кеүек булыр. Был эштәр гонаһтыр.