30 декабрь көнө төрлөсә кейенеп-яһанған туғандарыма эйәреп, клубҡа маскарадҡа юлландыҡ. Шундай күңелле булды! Һәр кемдең кейеменә, сығышына һоҡланып ҡарап ултырҙым. Сит ерҙә уңайһыҙ тип, маскарадта ҡатнашмаһам да, алып барыусы "Ҡыш бабай" һәм "шампанский" һүҙҙәрен ҡулланып яҙылған шиғырҙарға конкурс иғлан иткәс, әллә ҡайҙан шиғыр юлдары тыуа башланы.
- Ҡыш бабай килгәнский,
Тоғонда ниҙәрский?
Кемгә ҡурсаҡ, кемгә нәски,
Бөтәһе лә ҡытайский.
Өҫтәлдә шампанский,
Яҙылған “Советский”.
Химичит иткәнский,
Моғайын, ҡытайский.
Гирлянда ҡытайский,
Салют та ҡытайский.
Тик үҙем башкирский,
Ә аяҡ ҡытайский, - тип сығыш яһап ташланым.
Иртәгәһенә һеңлемдең ҡыҙы эргәмә килеп ултырҙы ла:
- Инәй, аяғыңда бәшмәк булһа, ошо пастаны һөрт, - тип миңә һуҙа.
- Юҡсы, ундай ғәләмәт нәмә миндә юҡ, - тим аптырап.
- Үҙең кисә аяғым ҡытайский, ти инең бит. Ҡытайҙар сығарған аяҡ кейеме тиҙ туҙа ла инде. Бәшмәк булһа ла аяҡ тиҙ “туҙа”, - ти был.
Беҙҙең һөйләшкәнде ишетеп, ситке бүлмәнән ҡоҙағый килеп инде:
- Ҡоҙаса, миндә бик яҡшы дарыу бар, - тигәс, асыуланып, ойоғомдо систем дә:
- Бына, ҡарағыҙ, аяғымда бер ни ҙә юҡ. Аяғым ҡытайҙарҙыҡы кеүек бәләкәй булғанға “ҡытайский” тигән инем.
Был һүҙҙән һуң барыбыҙ ҙа туйғансы көлдөк. Ҡоҙағыйым аҙаҡ: “Нәстәйәший ҡытайский”, - икән дә тип ҡуйҙы.