Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Декабрь 2019, 16:30

Йод

Кѳҙгѳгә ҡарап, шешкән йѳҙѳгѳҙҙѳ, ҡойолған сәстәрегеҙҙе, тиҙ һынып барған тырнаҡтарығыҙҙы, һүнгән күҙҙәрегеҙҙе күрәһегеҙме? Арыуығыҙ йѳҙѳгѳҙгә сыҡҡанмы? Йоҡоға тартамы, илағығыҙ киләме? Аңлашыла, тимәк, һеҙҙең организмға йод етешмәй. Был микроэлементтың организмға етешмәүе күп хәүеф тыуҙыра.

Мәҫәлән, йод етешмәй икән, ҡалҡан биҙенең эшмәкәрлеге боҙола, ә уға беҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙ, гормональ системабыҙ ныҡ бәйләнгән. Әгәр ҙә балаларға йод етешмәһә, улар мәктәп программаһын насар үҙләштерә, тиҙ арый, йыш илай.
Йод - универсаль сифатҡа эйә булған химик элемент. Уны 1812 йылда француз химигы Б. Кутуа диңгеҙ ылымыҡтары кѳлѳн кѳкѳрт кислотаһы менән эшкәртеү аша уйлап таба. Был турала дуҫтары Дезорму менән Клеманға һѳйләй. 1813 йылда улар яңы элемент асылыуы тураһында француз академияһында сығыш яһай. Тиҙҙән был элемент инглиз химигы Г. Деви һәм француз Люссак тарафынан ныҡлап ѳйрәнелә. Улар химик составы яғынан йодтың хлор менән оҡшаш булыуын билдәләй. Организмда йод етешмәүен медицина телендә гипотериоз тип йѳрѳтәләр. Йодты тоҙға, тѳрлѳ ҡоро аҙыҡтарға, балалар ризығына ҡушалар, тик был ғына бик аҙ. Организмдағы йод кимәлен шулай тикшереп ҡарарға була: кис йоҡлар алдынан уң беләгегеҙҙең эс яғына 10 см ҙурлығындағы ѳс һыҙыҡ һыҙығыҙ. Тәүге һыҙыҡ ныҡ ҡуйы итеп, икенсеһе уртаса, ә ѳсѳнсѳһѳ насар ғына һыҙылырға тейеш. Иртәнсәк торғас ҡарағыҙ, организм ҡайһы һыҙыҡты һеңдергән. Ѳсѳнсѳ, насар ғына һыҙыҡты икән, тимәк, һеҙҙә йод етерлек, шулай ҙа яҙлы-кѳҙлѳ профилактика үткәреп алыу яҡшы булыр. Насар һәм уртаса һыҙыҡты икән - организмға йод етешмәй. Әгәр ҙә ѳс һыҙыҡ та юҡ икән, “ҡарауыл” ҡысҡырырға кәрәк. Артыҡ ҡуҙғыусан, тирләүсән, тиҙ ҡыҙып барыусандар бындай тәжрибә үткәрһә, уларҙың йѳрәк тибеше шәбәйәсәк, шуға күрә был тикшереү улар ѳсѳн түгел.
Гинекологик ауырыуҙарҙан - эстең аҫ яғына 3-5 кѳн рәттән йод селтәре эшләргә. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына ҡаршы яҡшы сара - бер нисә тамсы йод ҡушылған һѳт эсеү.
Һеңерҙәр тартылғанда - ауыртҡан урынға бер нисә кѳн йода селтәре эшләргә. Тымауҙан (әгәр йодҡа аллергия булмаһа) - йод шешәһен асып, танауҙың һәр ҡыуышлығы менән 4-5 тапҡыр еҫкәргә. Тик шешәне асҡас, ҡапыл еҫкәргә ярамай. Арҡа ауыртҡанда - берешәр сәй ҡалағы йод менән лимон кислотаһын ҡушып, болғарға. Ҡатышманы мамыҡтан эшләнгән тампон менән бѳтә арҡаға һѳртѳргә. 3-4 сәғәттән берәйһенә арҡағыҙҙы күрһәтегеҙ. Йод тоноҡланған ер иң проблемалы урын һанала. Ошо урынды ауыртыу бѳткәнсе йод һәм лимон кислотаһы ҡатышмаһы һѳртѳп дауаларға. Ҡатышманы кѳн һайын эшләргә ҡәрәк. Аҡ йод - йодлы шешәгә бер-ике таблетка аспирин һалырға. Һѳҙѳмтәлә, йод урындарын күрһәтергә теләмәгәндәргә тәнгә һѳртә торған аҡ йод килеп сығыр.
Читайте нас: