Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Декабрь 2019, 13:00

Бер төрлө ике һүрәт

Бынан 50 йыл элек Бөрө ҡалаһының кооперация училищеһында уҡып йөрөгән мәл. Ул саҡтарҙа Өфөнән Белоретҡа ҡайтыу мең бәлә була торғайны. Хәҙерге һымаҡ асфальт юҡ, поезд юлы һалынмағайны.

Бары тик Өфө-Белорет самолеты ғына оса ине. Байрам, каникул мәлдәрендә икешәр көн аэропортта сиратта тороп, саҡ самолетҡа эләгеп ҡайта инек. Ә Бөрөнән Өфөгә ике сәғәт һайын автобус йөрөнө.
Яңы йыл алдынан училищела өс төркөм араһында “Яңы йылға арналған стена гәзите” конкурсын иғлан иттеләр. Ятаҡта төн йоҡламай һүрәт төшөрөргә кәрәк. Открыткала һүрәтләнгән өс атты егеп кырандаста елдергән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ярты ватманға төшөрөп, шиғыр, ҡотлауҙар менән биҙәп ҡуйҙыҡ. Икенсе көн яңы йылға арналған кисәне үткәргәндә икенсе төркөм ҡыҙҙары ла шул уҡ һүрәтте эшләгәне билдәле булды. Бер үк открытканан күсереп эшләнгән Ҡыш бабай, Ҡарһылыуыбыҙ ике төрлө килеп сыҡҡан. Беребеҙҙең бабай көләсерәк, икенсебеҙҙең ейәнсәре моңһоу. Нимә булһа ла, жюри ағзаларына эштәребеҙ оҡшаны, I, II урындарҙы бирҙеләр. Диплом, бүләктәр алып, ҡыуанышып ҡайтыу яғына юл тоттоҡ.

Хөснә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Сәфәрғол ауылы.

Читайте нас: