Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Декабрь 2019, 23:30

Файҙалы кәңәштәр

► Өйҙә ремонт эшләр алдынан, тамған буяу тиҙ йыуылһын өсөн, башта иҙәнегеҙҙе 1 литр һыуға 20-30 грамм һабын ҡушып йыуып сығығыҙ.

Тәҙрә рамдарын буяғанда ла быяланы шул иретмә менән алдан һөртөп алығыҙ.
► Әйбергә көйә төшмәһен өсөн кейемегеҙҙе гәзиткә төрөгөҙ.
► Кәтлит һутлы булһын өсөн иткә йомортҡа, ҡырылған кишер, кәбеҫтә ҡушығыҙ.
► Әсе ҡамыр йомшаҡ, ҡабарынҡы булһын өсөн бешкән картуфты ваҡ ҡырғыстан үткәреп ҡушығыҙ.
► Кейемегеҙгә май тамһа, уның өҫтөнә күп итеп теш пастаһы һалып, кипкәнен көтөгөҙ. Артабан кейемде йыуырға ғына ҡала.
► Сәстәрҙе нығытыу һәм ҡауыҡтан ҡотолор өсөн шампунгә бер төймә аспирин иҙеп һалһағыҙ, толомдарығыҙ ялтырап, ҡабарып китер.
► Сәйнүктең юшҡынын бөтөрөр өсөн 1 литр һыуға бер балғалак лимон кислотаһы һалып ҡайнатырға кәрәк. 10 минуттан тағы ла ҡабатларға. Лимон кислотаһы урынына аш һеркәһе (1 литр һыуға 2 аш ҡалағы) ҡулланырға мөмкин. Аҙаҡтан сәйнүкте сайырға онотмағыҙ.
Читайте нас: