Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Декабрь 2019, 17:00

Туңдырылған балыҡ һайлайбыҙ

► Йыш ҡына балыҡты боҙло килеш һаталар. Балыҡты туңдырғанда һыу менән бергә зарарлы химикат - полифосфат ҡулланалар.

Һѳҙѳмтәлә һыу күберәк һеңә һәм ауырлыҡ арта. Балыҡҡа ҡатҡан ҡалын боҙ - насар күрһәткес. Тәбиғи булмаған ялтырауыҡ - полифосфат нәтижәһе.
► Бер ебегән балыҡты ла ҡайһы берҙә икенсе тапҡыр туңдыралар. Быны уның тоноҡ тѳҫѳнә ҡарап белергә була. Балыҡ формаһын юғалтырға һәм бер-береһенә йәбешергә тейеш түгел. Дѳрѳҫ һаҡланмағанда, ул һарғайырға һәм насар еҫ килергә мѳмкин.
► Туңдырыуҙың киң таралған ысулы булып глазурлау тора. Балыҡ йоҡа ғына боҙ ҡатламы менән тѳрѳлѳргә, әммә ул ныҡ булырға, ҡулға алыуға ҡойолоп тѳшѳргә тейеш түгел.
► Балыҡты дѳрѳҫ туңдырған кеүек, дѳрѳҫ иретергә лә кәрәк. Туңдырғыстан алған балыҡты башта бүлмә температураһында түгел, һыуытҡыста ебетәләр.
Читайте нас: