+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Вк
Ок
Телеграмм
Дзен
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Дөйөм мәҡәләләр
23 Декабрь 2019, 21:35
Ҡыҙҙырылған ҡаҙ
Ҡаҙ, картуф, 1 лимон, 1 баш һарымһаҡ, тоҙ, ҡыҙыл борос, 4-5 әскелтем алма, 100 г кипкән өрөк, 100 г ҡара емеш алына.
Ҡаҙҙы кистән майонез, һарымһаҡ, ҡыҙыл борос, тоҙ менән ыуып ҡуябыҙ. Бешерер алдынан эсенә лимон һутына буталған алма, өрөк, ҡара емеш һалабыҙ. Ҡаҙҙың эсен теккәс, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡуйырға кәрәк. Ике сәғәт тоторға. Бешеп етергә бер сәғәт самаһы ваҡыт ҡалғас, эргәһенә картуф һалына. Табынға ҡаҙҙы матур һауытҡа һалып, өҫтөн йәшелсә менән биҙәп сығарырға.
Читайте нас:
Беҙ - телеграмда!
Ошонда баҫып, "Урал" гәзитенең телеграмм каналына рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять