Массаһы 18-30 килограмға еткән урман ҡупшыҡайы башлыса сысҡан, ҡуян менән туҡлана. Ҡайһы саҡта йәш ҡоралайҙы ла аулай. Аслыҡтан интеккән һеләүһендәр хатта ауылдарға килеп ҡош-ҡортҡа, һарыҡкәзә малдарына ла һѳжүм итә. Әйткәндәй, һеләүһен ҡорбанын ҡаяташ, йә булмаһа эйелгән ағас баштарында сәғәттәр буйына тын ғына ятып һағалай. Кѳньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә, йыл да уҙғарылған иҫәп алыу буйынса, һеләүһендәрҙең һаны 40-тан ашыу. Фәнниғәмәли бүлек хеҙмәткәрҙәренең әйтеүенсә, был һандарҙың үҙгәреүе мѳмкин, сѳнки хайуандар аҙыҡ эҙләп бер урындан икенсе урынға күсеп йѳрѳй. Һеләүһендәрҙең ҡурсаулыҡтың барлыҡ урмансылыҡ участкаларында йәшәүе билдәле, быға даими осрап торған эҙҙәр дәлил. Ҡурсаулыҡта оҙаҡ йылдар эшләгән дәүләт инспекторҙарынан, ҡыҫҡа ҡойроҡло урман бесәйҙәрен күргәнегеҙ бармы тип, йыш ҡына ҡыҙыҡһынам. “Эҙҙәренә генә тап булабыҙ, ә үҙен күрмәйбеҙ” - тип йылмайып яуап ҡайтара ағайҙар. Был инде һеләүһендең тағы ла бер яҡын туғаны - пума кеүек үтә һаҡ тормош алып барыуына ҡайтып ҡала. Бер ҡарт бабайҙың һеләүһен менән осрашыу хәтирәләрен һѳйләп үтәйем әле. Үткән быуаттың 70-се йылдарында башҡорт ауылында бер ғаиләнең мал һарайы артында үҫкән ҡарағай тѳбѳнә һеләүһен килеп йѳрѳр булған. Йорт хужаһы быны күреп ҡалғас, йәһәт кенә ѳйѳнә йүгереп инеп, мылтығын алып сыға ла теге хайуанға күҙәй башлай. Һеләүһен урынынан да ҡуҙғалмай ултыра бирә. - Юҡ, атырға кәрәк, йә балаларыма, йә булмаһа малдарыма зыян килтерәсәк, - тип, ҡорал аша күҙәтеүен дауам итә ағай. Ауыр һуғыш йылдары үтеп, әллә күпме үлем, бер туҡтауһыҙ түгелгән күҙ йәштәренә шаһит булған күренештәр уны ҡапыл туҡтата. Мылтығын ергә һалып, усы менән маңлайына эркелеп сыҡҡан тирен һѳртѳп, ҡаты уйға бата. Бәлки, был меҫкен хайуандың балалары барҙыр, әллә аслыҡтан интегеп килеп сыҡтымы икән, тип, үҙ алдына һѳйләнеп ала. Иртәгәһен иртүк тороп, ике йомро икмәк һәм аштан ҡалған һѳйәктәрҙе тотоп, теге хайуанға йүнәлә. Ҡарағай тѳбѳнә килеп еткәс, һеләүһендең, әллә ни ҡурҡмай ғына, 10-15 метр артҡа сигенеп, ҡуйы йѳндәрен тырпайтып, бер аҙ ыҫылдап, тын ғына уны күҙәтеүен күрә. Ветеран ағай үҙе менән алып килгән аҙыҡты ағас тѳбѳнә һала ла ҡайтып китә. Һеләүһен, “күстәнәстәр” янына килеп еҫкәнеп алғас, һаҡ ҡына, мырылдай-мырылдай, ашай башлай. Шулай ҡырағай хайуанға аҙыҡ ташыу бер нисә кѳн дауам итә. Тик аҙаҡҡы кѳндә тау башында йыртҡыс күренмәй. Аҙна үтә, ун кѳн, әммә теге йѳнтәҫ бѳтѳнләй юҡҡа сыға. Кем белә, бәлки һеләүһен тамаҡ ялғап, артабан оҙон юлын дауам иткәндер, тигән уй ағайҙы ғүмер буйына оҙата килә. Бына шундай серле һәм матур һеләүһендәр йәшәй беҙҙең урмандарҙа. Улар ҙа, башҡа хайуандар менән бер рәттән, һаҡланырға тейеш.