- Аллаға шөкөр, ошо йәшкә етеп, үҙ аяғымда йөрөүемә, гәзит-журналдар, китаптар
уҡый алыуыма һөйөнәм. Бүләк тыуған көнөмә тура килде, 85-те ҡыуалай башланым. "Урал" - ул һәр саҡ өҫтәлемдә, тағы "Киске Өфө" гәзитен, "Активный пенсионер" журналын алдырам. Китап уҡырға яратам. Бына яңыраҡ ҡына яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның "Мөжәүир хәҙрәт", "Табын әүлиәһе" китаптарын хатта икешәр тапҡыр уҡып сыҡтым. Бигерәк оҡшаны. "Урал" гәзитендә баҫылған хикәйәләрҙе көтөп алам. Аят-сүрәләр уҡырға яратам, - тип һөйләй хеҙмәт ветераны Сәйтамал Мырҙағәли ҡыҙы.
Баҡса тултырып сәскәләр, йәшелсә үҫтерә. Ҡул эштәре оҫтаһы ла ул: үҙенә, ейәнсәренә матур милли кейем теккән, бәйләмдәре күҙ яуын алырлыҡ. Ауылда үткән байрамдарҙан да ситтә ҡалмай, ҡатнашырға тырыша.
- Балалар, ейәндәр, күршелә генә йәшәгән туғандар ярҙамлаша, рәхмәт уларға. 10 ейәнем, 1 ейәнсәрем, 16 бүлә-бүләсәрем бар, шуларҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына ҡыуанып йәшәйем.
Форсаттан файҙаланып, "Урал" уҡыусыларын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Илебеҙгә именлек, ғаиләләребеҙгә, күңелдәребеҙгә тыныслыҡ булһын. Һау-сәләмәт булайыҡ. "Урал" - һәр беребеҙҙең өй түрендә булһын!
Ошондай ихлас теләктәрен еткерҙе Сәйтамал инәй Ғимранова.