Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Декабрь 2019, 13:00

Был ҡыҙыҡлы

Микронезияла 1 ғинуарға ҡараған төндә һәр кем үҙенә яңы исем уйлаған һәм исемен яҡындарына бышылдап, шым ғына әйткән. Йәнәһе лә яуыз көстәр, шайтандар ишетеп ҡалмаһын.

Петарда, фейерверктарҙы ла ҡытайҙар яуыз көстәрҙе ҡурҡытыу сараһы итеп уйлап тапҡан.
Комбоджала ҡар ҙа, һыуыҡ та булмағас, байрам персонажын Ҡыш бабай түгел, ә Эҫе бабай тип атағандар.
Австралияла Санта-Клаус арҡаһына тоғон аҫып, гидрациклға ултырып алып, яр буйлап бүләктәрен өләшеп йөрөй икән.
Кубала байрам алдынан өйҙәге бөтә һауыттарҙы ла һыу менән тултыралар ҙа, төн уртаһында уны урамға һибәләр. Шулай итеп бөтә гонаһтарынан арыналар.
Болгарияла төн уртаһында 3 минутҡа утты һүндереп торалар. Шул арала кеше кем етте шуның менән үбешә башлай.
Австрияла байрам табынына ҡош итенән ризыҡ ҡуймайҙар. Яңы йылда ҡош ашау уларса үҙ бәхетеңде ашауға тиң икән. Шыршыла мотлаҡ «бәхет ҡошо» уйынсыҡтары булырға тейеш.
Германияла Санта-Николаус немецтарса бөхтәлек менән бүләктәрен тәҙрә тупһаһына матурлап, теҙеп кенә һала, ә Швецияла Юль Томтен мейес, йә булмаһа йылытыу приборҙары янына өйөп һалып ҡуя икән.
Читайте нас: