Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Декабрь 2019, 16:50

Диндә сауҙа тураһында

Сауҙа эшенә керешһәң, хыянат итмәйенсә изгелек менән һатыу ит. Үҙеңә ниндәй файҙа теләһәң, мосолман ҡәрҙәшеңә лә шуны телә. Сауҙа эшендә ҡурҡыуһыҙ, батыр булыу - сѳннәт. Был турала хәҙистәрҙә былай тиелә: “Ҡурҡҡан һатыусы (файҙа килерме, юҡмы, тип) һәр саҡ файҙанан мәхрүм.

Ҡурҡмайынса эш ҡылыусы - гелән ризыҡлы”. Һеҙҙең берегеҙгә бер кәсептән файҙа һәм ризыҡ килеп тора торған булһа, шул эште дауам ҡылыу фарыз. Бары тик ѳс мәртәбә файҙа тапмаһаң ғына, әлеге эште ҡалдырырға мѳмкин. Сауҙа эшендә Аллаһы Тәғәләгә таянып, ризыҡты унан ғына кѳткән хәлдә эш ит. Хәрәм һәм шикле эштәргә кереп китерҙәй нәфселе булма, һатып ала торған нәмәне хурлама, һата торған нәмәңде маҡтама. Хаҡ булһа ла, ант итеү менән әйберҙең хаҡын күтәрмә, ялған булып та ант итмә.
Дуҫыңа әйбер һатҡанда табыш алма, сѳнки был эш егетлек түгел. Башҡа мосолман иптәштәреңдең һатыуҙан файҙа күреүенә кѳнләшмә. Ғәҙел эш итһәң, Аллаһы Тәғәлә ризығыңа бәрәкәт бирер. Бер кеше бер нәмәне һатып алырға килешкән булһа, араларына кереп, ул әйбергә хаҡ арттырып һатып алыу килешкән эш түгел. Һатыуҙа, һатып алыуҙа еңеллек ҡыл, йәғни сауҙа эшендә бик оҙаҡ тотма, тейешле хаҡын һорап, тиҙерәк килешеп һат. Һатып алырға аҡсаң булғанда, аҡса биреүҙе кѳтәсәккә ҡалдырма.
Фәҡир кешегә билдәле бер ваҡытҡа тиклем әйбереңде кѳтәсәккә, йәғни бурысҡа биреп тор. Берәү һиңә хеҙмәт ҡылһа, хеҙмәтсенең тән тиреһе кипкәнсе хаҡын бир. Бурысыңды үтәгәндә күркәм һәм яҡшыраҡ итеп үтәргә тырыш. Мәҫәлән, берәүҙән бер бот туҙанлы бойҙай бурысҡа алһаң, уға бер бот таҙа бойҙай итеп түлә. Бурыс түләгәндә бирә торған әйберең үлсәнә торған булһа, үлсә һәм арттырып бир. Сауҙа эшендә бик иғтибарлы бул, тейешле булмаған табыштан һаҡлан, юғиһә донъяла маҡтаулы булмаҫһың.
Бурысҡа тик ѳс осраҡта ғына алырһың:
- Аллаһы Тәғәлә юлында ҡеүәтең зәғиф булғанда;
- фәҡир кешене кәфенләп һуңғы юлға оҙатҡанда;
- яңғыҙлыҡ фетнәһенән һаҡланып никахланыуҙа.
Сауҙала рибаға (процент алыу, арттырып алыу) кереүҙән һаҡлан, бурысҡа биреп, үҙеңә файҙа алыуҙан һаҡлан. Рибаның иң әҙе лә харам. Рибаны алма һәм уның ѳсѳн шаһит та булма.
Кеше рәнйетеүсенән, ҡараҡтан, хыянат ҡылыусынан бер нәмә һатып алма. Аҙыҡты хаҡ үҫкәнен кѳтѳп, йыйып тотоусы мәлғүн булыр.
Баҙарға һатырға кергәндә, башҡа һатыусыларҙан элек кермә һәм сыҡҡанда һуңға ҡалма. Баҙарға кергәндә, баҙарҙың фетнәһенән һәм ул баҙарҙа булған нәмәләрҙең яуызлығынан Аллаһы Тәғәләгә һыйын.
Үҙеңде тәрбиә ҡылыусы һәм ризыҡландырыусы Аллаһы Тәғәләгә ихлас күңел менән ышан. Ергә орлоҡ һалғанда әйт: “Әй, Раббым, мин Һинең зәғиф ҡолоң, ошо орлоҡтарҙы Һиңә генә тапшырҙым, Һин миңә ул орлоҡтарҙы артыҡ ҡыл”, тип Пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһу ғәләйһи үә сәләмгә салауат әйт. Аллаһы Тәғәлә ошо сәскән нәмәгеҙҙе тѳрлѳ афәттәрҙән һаҡлар.
Һыуҙың артығын күршең алыуынан тыйма, һинән донъя һәм әхирәтең ѳсѳн Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте тыйылыр. Кѳтѳү кѳткәндә йомшаҡ, батҡаҡлы урында кѳтмә, сѳнки был эш хайуандарҙы рәнйетеү булыр. Хайуандарҙы эҫелә йѳрѳтмәү шулай уҡ сѳннәт булыр. Ҡиәмәт кѳнѳндә хайуандар хаҡынан һоралыуын онотма.
Рәхимйән ҒӘЛӘҮИТДИНОВ,
Йѳйәк ауылы имамы.
Читайте нас: