Уларҙы фасолгә ҡыҙыл борос, тоҙ менән бергә һалып, тағы 2-3 минут ҡайнатырға. Һыуынғас, һәр кемгә һауыттарға һалып бирергә. Канапе 1 банка маринадланған корнишон, 1 банка ҡара зәйтүн емеше, 1 ҡыяр, 2 помидор, 1 банка маринадланған бәшмәк кәрәк. Помидор менән ҡыярҙы йыуырға, орлоғон алырға һәм шаҡмаҡлап турарға. Зәйтүн емештәренең яртыһын уртаға бүлергә, яртыһын шул килеш ҡалдырырға. Корнишон буйға ҡырҡыла. Шпажкаларға ошо аҙыҡтарҙы теләгән бер тәртиптә теҙеп, тәрилкәгә һалып, ѳҫтәлгә ҡуйырға. Теләгәндәр канапе эшләү ѳсѳн шаҡмаҡлап туралған колбаса, башҡа тѳрлѳ ит менән сырҙы ла ҡуллана. Бешкән иттән ҡатлы салат Салаттың һәр ҡатына майонез яғыла. 1-се ҡат - бешереп туралған 2-3 эре картуф, 2-се ҡат - һуған ҡушып үҫемлек майында ҡыҙҙырылған бешкән ит, 3-сѳ ҡат - маринадланған бәшмәк (уға саҡ ҡына һеркә ҡойоп, һуған менән ҡыҙҙырып алырға), 4-се ҡат - 2-3 бүлкәт иҙелгән һарымһаҡ, 5-се ҡат - 2-3 бешкән кишер, 6-сы ҡат - нәҙек кенә итеп ҡырҡылған тоҙло ҡыяр, 7-се ҡат - 4-5 бешкән йомортҡа. Тауыҡ итенән салат Был салат ҡатлы-ҡатлы. Һәр ҡаты һайын майонез яғыла. 1-се ҡат - һыуҙа ебетеп һарҡытылған һәм ваҡ итеп туралған 100 г ҡара емеш, 2-се ҡат - бешереп туралған 300 г тауыҡ ите, 3-сѳ ҡат - һуған менән бергә ҡыҙҙырылған 300 г бәшмәк, 4-се ҡат - ҡырғыста ҡырылған 4-5 бешкән йомортҡа, 5-се ҡат - булһа, ҡырылған бер йәш ҡыяр, булмаһа, тоҙлоһо алына. «Ҡояшҡай» салаты Был салатты әҙерләү ѳсѳн консерваланған үҙ һутындағы лосось йәки горбуша балығы кәрәк. Яртышар кг кишер менән һуғанды 3-4 аш ҡалағы еҫһеҙ кѳнбағыш майында айырым ҡыҙҙырырға. Салатты матур һәм һай тәрилкәгә ҡатлап һалырға. Һәр ҡатламына майонез яғыла. 1-се ҡат - сәнске менән иҙелгән балыҡ, 2-се ҡат - ҡыҙҙырылған һуған, 3-сѳ ҡат - ҡыҙҙырылған кишер. Салаттың ѳҫтѳн майонез менән биҙәргә.