Тѳрлѳ эсемлектәрҙе бутап эскәндә кире эффект уның градусы арҡаһында түгел, ә составындағы матдәләр йоғонтоһонан була. Эсемлектәрҙе етештереү технологиялары тѳрлѳ һәм фәҡәт улар кеше организмында реакцияға инеп, кире тәьҫир итә. Мәҫәлән, бер ҡасан да араҡы менән шампанды, араҡы менән һыраны, коньяк менән вискиҙы бутарға ярамай. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәр менән һуттарҙы һәм газлы эсемлектәрҙе ҡушмағыҙ, сѳнки һуттағы матдәләр алкоголдең организмға һеңеүен тотҡарлай, йәғни һеҙ артығын эскәнегеҙҙе һуң аңлайһығыҙ һәм айнығыу процесы ла оҙаҡҡа һуҙыла. Ә инде алкоголь менән газлы эсемлекте эсеү ашҡаҙан язваһына килтерә. Ни тиһәң дә, иң яҡшы сара - алкоголле эсемлектәрҙән баш тартыу.