Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, иҫерткес эсемлектәрҙе йыш ҡулланыу стеатоз, цирроз һәм яман шеш кеүек бауыр хроник сирҙәренә дусар итә. Был ағзаны тергеҙеүҙә Lactobacillus rhamnosus аталмышлы лактобактериялар ярҙамға киләсәк.
Лактобактериялар күп кенә әсе һѳт продукттарында, мәҫәлән, эремсектә, йогуртта, ҡаймаҡта, йомшаҡ сырҙарҙа була. Улар шулай уҡ иммунитетты күтәреүсе, эсәк микрофлораһын кѳйләүсе пробиотиктар составына ла инә. Lactobacillus rhamnosus - иң күп таралған штамм. Һинд ғалимдары ла эскелек зәленән (похмелье) ҡотолорға ярҙам иткән эсемлек әҙерләргә тәҡдим итә. Ул 10% кокос, 25% лайм , 65% груша һуттарынан, помидор һәм ҡыярҙан тора.