Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Декабрь 2019, 19:26

Яңы йыл табынына еңел генә әҙерләнгән ҡабымлыҡтар

Яңы йыл салаттары - байрам табынының мотлаҡ атрибуты. Улар тәмлелеге, туҡлыҡлы булыуы, үҙенсәлекле биҙәлеше менән айырылып тора.

“Гүзәл ханым” салаты
1. Пекин кәбеҫтәһе - 1 күсән
2. Ветчина - 150-200 г
3. Консерваланған кукуруз - 1 банка
4. Майонез - 150-200 г
5. Сохарый - 2 ҡап (150 г)
6. Тәменсә тоҙ
Кәбеҫтәне, ветчинаны турағас, кукурузды ҡушып, бергә болғайһың. Сохарый ѳҫтәгәс, тоҙ һалып майонез менән яҡшылап бутау зарур. Был салатты йәһәт кенә табынға ҡуйыр кәрәк, юғиһә бер нисә сәғәттән сохарыйҙары ебейәсәк.
“Ҡар королеваһы”
1. Тауыҡ филеһы - 200 г
2. Консерваланған ананас - 200 г
3. Сыр - 100 г
4. Консерваланған кукуруз - 100 г
5. Мандарин - 2 бѳртѳк
6. Майонез - 2 а.ҡ.
7. Тоҙ
- Тауыҡ филеһын бешереп һыуытырға. Шаҡмаҡлап турап мискәгә һалырға;
- ананасты шаҡмаҡлап турарға;
- мискәгә туралған ананасты, шаҡмаҡланған сырҙы, консерваланған кукурузды ѳҫтәргә;
- майонез, тоҙ ҡушып яҡшылап болғатырға һәм мандарин бүлкәләре менән биҙәргә.
Ләүәшкә уралған “Оливье”
1. Бешерелгән колбаса - 100 г
2. Картуф - 2 бѳртѳк
3. Йомортҡа - 2 дана (штук)
3. Маринадланған ҡыяр - 2 бѳртѳк
4. Кишер - 1 бѳртѳк
5. Йоҡа ләүәш - 1 йәйем
6. Йомшаҡ сыр - 2 а.ҡ.
7. Майонез
Йәшелсәләрҙе йыуып, алдан бешереп ҡуйырға. Ләүәште йәйеп, бер аҙ һалып торорға;
йомшаҡ сыр һыларға;
1-се ҡатлам - ҡырғыс аша үткәрелгән колбаса;

2-се ҡатлам - ҡырғыс аша үткәрелгән кишер;

3-сѳ ҡатлам - ҡырғыс аша үткәрелгән картуф:

4-се ҡатлам - ҡырғыстан үткәрелгән маринадланған ҡыяр;

5-се ҡатлам - майонезды йоҡа ғына итеп һыларға;

6-сы ҡатлам - майонез ѳҫтѳнә ҡырылған йомортҡа һибергә;

Ҡатлы йәймәне рулет итеп тѳрѳргә һәм киҫеп табынға ҡуйырға.
Яңы йыл ризыҡтары тәмле булһын!
Читайте нас: