Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Декабрь 2019, 19:05

Ярты сәғәттә - сибәркәй

Таңдан ѳй мәшәҡәттәренән бушамайһығыҙ, ә кискелеккә ҡунаҡҡа кѳтәләр, һѳйгәнегеҙ киноға саҡыра. Кѳҙгѳ эргәһенә киләһегеҙ ҙә аптырап ҡалаһығыҙ... Ни эшләргә?

Үҙегеҙҙе тәртипкә килтерергә ярты сәғәт ваҡыт етә. Арығанлыҡты йыуып ташлауға 10 минут. Ҡойоноу - иң яҡшыһы. Тәүҙә йылы һыу аҫтында йылынығыҙ, шунан һалҡын һыуҙы ебәрегеҙ. Бер нисә тапҡыр һыуҙы алмаштырығыҙ, иң аҙаҡтан һалҡын һыу менән ҡойоноғоҙ. Шунан йѳнтәҫ таҫтамал менән тәнегеҙҙе һѳртѳгѳҙ. Ваҡытығыҙ булмаған осраҡта устарығыҙҙы ѳс минут буйына бер йылы, бер һалҡын һыуҙа тотоғоҙ - белгестәр әйтеүенсә, был да ярҙам итә. Күңелде күтәреп алыуға 5 минут. Бер сынаяҡ ҡаты ҡара сәй йәки лимонлы йәшел сәй эсеп алығыҙ. Бер нисә киҫәк шоколод та арығанлыҡты бѳтѳрә, кәйефте күтәрергә ярҙам итә. Ҡолаҡҡа массаж эшләү ҙә яҡшы. Ул бѳтә организмға һәйбәт тәьҫир итә. Бармаҡ остарына саҡ ҡына бѳтнѳк (мята) майы тамыҙығыҙ ҙа шәп-шәп итеп ҡолағығыҙҙы ышҡығыҙ. Ҡолаҡтарығыҙҙың ҡыҙарыуына борсолмағыҙ, был тиҙ үтә, ә кәйеф күтәренкелеге оҙаҡҡа етер. Күҙҙәрҙе тәртипкә килтереүгә 5 минут. Ҡырғыстан үткәрелгән картуфты күҙегеҙгә һалып, ятып тороғоҙ. Бер үк ваҡытта битлек яға алаһығыҙ. Эштә икәнһегеҙ, эскән сәй ҡапсыҡтарын ташламай, саҡ ҡына һыуытҡыста тотоғоҙ ҙа, шуны күҙҙәрегеҙгә һалып, яҡшы уйҙарға сумып аҙ ғына ял итеп алығыҙ. 5 минуттан күҙҙәрегеҙ нур сәсеп торор. Биткә 5 минут. Боҙ киҫәге менән йѳрѳтѳп сыҡһағыҙ, битегеҙ алһыуланып китер. Крем һѳртѳгѳҙ һәм тиҙ, тигеҙ хәрәкәттәр менән тональ крем яғығыҙ. Үҙегеҙ күнеккәнсә күҙҙәрегеҙҙе, иренегеҙҙе буяғыҙ.
Читайте нас: