Юғары сортлы он, йомортҡа, һѳт, май, шәкәр һәм тоҙ һалып, ҡамыр баҫырға (аҙ ғына сүпрә ҡушырға мѳмкин). Ул туҡмас ҡамырынан аҙ ғына йомшағыраҡ булырға тейеш. Дымлы салфетка ябып, 30-40 минутҡа ҡуйып торорға. Унан ҡамырҙы йәйергә, оҙонса итеп киҫергә, уға түңәрәк форма (жгут рәүешендә) бирергә, урман сәтләүегенән аҙ ғына ҙурыраҡ итеп ҡырҡырға һәм, даими болғатып тороп, ҙур күләмдәге майҙа алтынһыу тѳҫкә ингәнсе бешерергә. Әҙер бауырһаҡты алып, селтәрле сүмескә һалып, майын ағыҙалар һәм, һыуығас, ѳҫтѳнә шәкәр онтағы һибәләр. Бауырһаҡты сәйгә бирәләр.