Ҡараңғы тѳшкәс, барыһы ла борсола башланы. Ахыры, атайым түҙмәйенсә, мәктәп директорынан «Буран» һорап алып, ҡустым менән уларҙың ауылына китте. Ярты юлға еткәс, шундай күренешкә тап булалар: юл уртаһында яғылған усаҡ янында апайым менән еҙнәм һикерәнләп йѳрѳй. Баҡтиһәң, быларҙың аты нимәнәндер ѳркѳп, саналағыларҙы ауҙарып, сабып сыҡҡан да киткән. Ярай әле, балаларын ѳләсәләре алып ҡалған булған. «Буран» килеп сыҡҡас, былар шатлыҡтарынан илап ебәргән. Бына шулай, беҙ был юлы Яңы йылды ярты сәғәткә һуңлап, әммә бик ҡәнәғәт булып, шатланып ҡаршы алдыҡ. Атайыбыҙға рәхмәт инде.