* Бахмур ваҡытында киң ҡулланылған ҡыяр тоҙламаһын, киреһенсә, эсергә ярамай, сѳнки тоҙ организмдан шыйыҡсаны сығарырға булышлыҡ итәсәк.
* Әгәр башығыҙ сатнап бара икән, һалҡын компресс һалығыҙ.
* Алкоголдән ағыуланған саҡта тамаҡҡа аш бармай. Әммә бѳтѳнләй хәл бѳтѳп китмәһен ѳсѳн әҙләп йәшелсә салаты һәм емеш-еләк ашағыҙ.
* Ҡатыҡ эсеү бик файҙалы, ул ашҡаҙан-эсәк юлдарының эшмәкәрлеген яйға һала.
* Активлаштырылған күмер ашарға мѳмкин. Ул эсәктәге ағыулы матдәләрҙән тиҙерәк ҡотолорға ярҙам итәсәк. Беҙҙең кәңәш: кәйефем һәр саҡ яҡшы, һаулығым ныҡ булһын тиһәгеҙ, бѳтѳнләй эсмәгеҙ.