Бауырҙы йыуып, тышсаһын алырға һәм эре киҫәктәргә турарға. Һуған, кишерҙе ваҡ итеп турарға һәм үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Шуны бауыр ѳҫтѳнә һалып, блендер менән туҡырға, йәки ит турағыс аша үткәрергә. Йомортҡа, һѳт, һѳт ѳҫтѳ, үҫемлек майы ѳҫтәргә, тоҙ, борос һибергә, он ҡушырға. Табаны майларға һәм йоҡа ғына бауыр ҡоймаҡтары ҡойорға. Уны бүлмә температураһында һыуытырға. Һәр ҡоймаҡты майонез менән майлап, торт итеп йыйырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Табынға бирер алдынан тортты майонез, ыуылған сыр, укроп һәм сәтләүек менән биҙәргә.